Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
8 Июнь 2018, 11:31

Кешеләргә изгелек һәм күңел йылыһын өләшеп

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең көндәлек хеҙмәте артыҡ күҙгә бәрелеп тә бармай кеүек.

Һәр яңы көн телефон шылтырауынан, магазиндарға барыуҙан башлана. Бер ҡулда аҙыҡ-түлек һалынған ҙур сумка, икенсеһендә – хужалыҡ тауарҙары. Бер әбей өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләргә, икенсеһенең хәлен белергә, өсөнсөһөнә дарыуҙар алып ҡайтырға, иҙән йыуырға.... Ауылда һәр социаль хеҙмәткәрҙең көн тәртибе шундай. Бер көн эсендә әбей-бабайҙарҙың йомоштарын үтәү өсөн әллә нисәмә саҡрым юл үтергә тура килә.

Өлкән кешеләргә хеҙмәттәр күрһәтеү еңелдән түгел. Төрлө хәлдәр була, уларҙың ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашаһың, ауыртыныу-һыҙланыуҙарын үҙ йөрәгең аша үткәрәһең. Әммә Физәлиә Латипованы ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Был ханым өсөн иң мөһиме - уның ярҙамына мохтаж, уны көтөп торғандар эргәһенә тиҙерәк барып етеү. Ҡасандыр туған Никифар ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләрмен тип уйламаған да Физәлиә. Ә һөнәре буйынса ул - шәфҡәт туташы, хәҙер бына алты йыл инде социаль өлкәлә.

- Минең ҡарамаҡта - 65 йәштән алып 80 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк ун ике әбей, шуларҙың һигеҙе – хеҙмәт ветераны. Һәр ҡайһыһына аҙнаһына ике тапҡыр барам, ҡайһы ваҡыт йышыраҡ та йөрөргә тура килә. Минең эшемдә иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ инде, - тине, тыйнаҡ ҡына Физәли Ноғамир ҡыҙы. Ә әбейҙәр тураһында һораша башлаһаң, уның тауышында айырым бер наҙ, ихтирам һиҙелә, әбейҙәрен ярата шул ул! Юҡҡа ғынамы уны етәкселек тә маҡтап ҡына телгә ала.

- Никифар ауыл биләмәһендә социаль хеҙмәттәр күрһәтелгән егерме биш кеше йәшәй, уларҙы ике социаль хеҙмәткәр ҡарай. Физәлиә Ноғамир ҡыҙы бик иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Ә оло йәштәгеләр уға ярҙамы өсөн генә түгел, изге күңелле, сабыр, кешелекле булғаны өсөн дә рәхмәтле, - ти Зөлфиә Миңлефатих ҡыҙы.

Эйе, яңғыҙ йәшәгән әбей-бабайҙар менән ихлас әңгәмәләшеп, улар аралашыу шатлығы, ышаныс һәм өмөт бүләк итә. Бер ниндәй “ярҙам хеҙмәте” лә кешегә яҡындарын алмаштыра алмай, әлбиттә, әммә ҡартлыҡ көндәрендә әбей-бабайҙарҙың тормоштарына бер аҙ йәм өҫтәргә, күңелдәрен күтәрергә һәм бәхетлерәк итергә тырыша Физәлиә Латипова кеүек социаль хеҙмәткәрҙәр.

Белешмә өсөн:
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең “Ихлас” коммерция булмаған автономиялы ойошмаһында, был учреждение 2015 йылдың мартынан шулай тип атала, 71 кеше хеҙмәт һала, шуларҙың 65-е – социаль хеҙмәткәрҙәр. Һандар теле менән әйткәндә, биш айҙа беҙ социаль хеҙмәттәр алыуға мохтаж тип танылған 859 кеше сооциаль хеҙмәттәр ала. Улар араһында 195 инвалид, һигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 19 фронтовиктың тол ҡатыны, 23 тыл эшсәне, 347 хеҙмәт ветераны бар. Бынан тыш, ун инвалид бала тәрбиәләнгән 19 ғаилә ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәттәр ала.
Читайте нас: