Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Май 2018, 11:07

Ғаилә аҙналығы иғлан ителде

Башҡортостанда Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының ғаилә сәйәсәте идаралығы Ғаилә аҙналығы иғлан итте, уның сиктәрендә районда түбәндәге акциялар һәм саралар уҙасаҡ:

Башҡортостанда Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының ғаилә сәйәсәте идаралығы Ғаилә аҙналығы иғлан итте, уның сиктәрендә районда түбәндәге акциялар һәм саралар уҙасаҡ:

14 майҙа – “Ғаиләнең изгелек бумерангы”

Балалар өсөн яңы һәм ҡулланыуҙа булған тауарҙар: мебель, коляскалар, саналар, велосипедтар, һикергестәр һәм атларға өйрәтеү яйланмалары, ашатыу өсөн ултырғыстар һәм термик эшкәртелергә тейешле һәм артабан яңы хеҙмәт – бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә ваҡытлыса балалар тауарҙары прокаты өсөн тәғәйенләнгән башҡа тауарҙар йыйыу ойошторола.

Ҡабул итеү пункты: Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а. Тел. 8 (34754) 2-15-62.

16 майҙа – “Атай-әсәйеңә шылтырат” акцияһы

17 майҙа – “Ышаныс телефоны” көнө

8-800-347-5000 телефоны буйынса ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү.

8-800-2000-122 телефоны буйынса балаларға, үҫмерҙәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә психологик ярҙам.

18 майҙа – “Беҙ Ғаилә йылында өйләнештек!” акцияһы

ЗАГС бүлегендә ошо көндө никахҡа ингән парҙар бүләккә машинаға ҡуйылыусы “Беҙ Ғаилә йылында өйләнештек!" тип яҙылған иҫтәлекле стикер аласаҡ.

19 майҙа – II республика ата-әсәләр форумы сиктәрендә “Ғаилә тормошо пазлдары” тип аталған ял көнө

Ғаилә тормошо үҙенсәлектәре, балалар тәрбиәләү тураһында мини-лекциялар.

Балалар һәм ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, психологик күнекмәләр.

20 майҙа – “Ғаилә менән культпоход”.

“Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районындағы бүлексәһе.

Читайте нас: