Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Март 2018, 12:26

Башҡортостанда икенсе тапҡыр ата-әсәләр форумы уҙасаҡ

Республика Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 19 майҙа үткәреләсәк. Тәүге форум Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән былтыр 1 июндә, Балаларҙы яҡлау көнөндә уҙғарылды.

Республика Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 19 майҙа үткәреләсәк. Тәүге форум Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән былтыр 1 июнендә, Балаларҙы яҡлау көнөндә уҙғарылды.
Уны ойоштороусылар ата-әсәләр берекмәһенә психологик һәм методик ярҙам күрһәтеү, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә ғаилә мөмкинлектәрен дөрөҫ файҙаланыу, балаларҙың һәм йәштәрҙең психик һәм физик һаулығын нығытыу буйынса аныҡ саралар билдәләү бурысын ҡуйғайны.

Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, бик күп ата-әсәләр үҙҙәре үк әүҙемлек күрһәтә, хеҙмәттәшлек итергә теләй, методик, консультатив һәм технологик ярҙам көтә. Икенсе республика ата-әсәләр форумы дөйөм тырышлыҡты берләштерергә ярҙам итәсәк һәм ғаиләлә, мәктәптә һөҙөмтәле тәрбиә системаһын булдырыу өсөн яңы йүнәлештәр билдәләйәсәк.

2018 йылдың республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе һәм шулай уҡ бөтә илебеҙҙең “Бала саҡ ун йыллығы”на инеүе лә сараға актуаллек өҫтәйәсәк.

Читайте нас: