Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
27 Февраль 2018, 00:33

Өй туйлауға сертификат

Тәүге балаға торлаҡ өсөн бирелгән 300 мең һумға район үҙәгенән йәш ғаилә фатир һатып алды.

Тәүге балаға торлаҡ өсөн бирелгән 300 мең һумға район үҙәгенән йәш ғаилә фатир һатып алды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, социаль программаны бойомға ашырыу башланғас, тәүге бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә ғариза менән республикала йәшәүсе өс меңгә яҡын йәш ғаилә мөрәжәғәт иткән.
300 мең һумға сертификатты 1350 ғаилә алды, уларҙың 175-е февраль башына торлаҡ шарттарын яҡшырытыу маҡсатында был аҡсанан файҙаланды ла инде. Йәнә 280 пар социаль түләүҙе яҡын көндәрҙә аласаҡ. Улар араһында әлшәйҙәр ҙә бар. Хәбәр итеүебеҙсә, былтыр бер тапҡыр бирелә торған түләүгә документтарҙы 29 йәш ғаилә тапшырған, уларҙың 17-һе программала ҡатнашты. Улар араһында Раевка ауылынан Мәхмүтовтар ғаиләһе лә бар.
Әлиә һәм Вадим ике йыл элек өйләнешә һәм, әлбиттә, бөтә йәш ғаиләләр кеүек, үҙ торлағын булдырыу тураһында хыяллана. Былтыр апрелдә Мәхмүтовтарҙың улдары Морат донъяға килә, ә декабрҙә инде уларҙы квартиралы булыуҙары менән ҡотлайҙар.
- Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды, - ти йәштәр, ҡыуаныстарын йәшермәй. – Сөнки былтыр яҙға тиклем ундай программа юҡ ине әле. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указға ҡул ҡуйыуы һәм уға ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләр тәүге сабыйҙары донъяға килеү менән 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала алыуы тураһында ишетеп ҡалдыҡ. Беҙҙең дә бөтә шарттар буйынса ошо программаға тура килеүебеҙҙе белгәс, августа Күп фунциялы үҙәккә документтар тапшырҙыҡ, ә октябрҙә яуап алдыҡ. Һәм ул ыңғай булды – беҙгә лә сертификат алыу хоҡуғы бирелде.
Фатирҙы Мәхмүтовтар Раевка үҙәгендә ата-әсәләренә яҡын урында һатып алған. Торлаҡҡа аҡсаны алдан йыйғандар, ата-әсәләре лә ярҙам иткән. Тәүҙә ҙур фатирға иҫәп тотмаһалар ҙа, 300 мең һумға сертификат алғас, пландары үҙгәрә. Бөгөн Әлиә менән Вадим үҙ фатирҙарында йәшәй, ә унда төп урын, әлбиттә, Мораттың бүлмәһе.


300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе түләү торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һәм тәүге балалары донъяға килгән йәш ғаиләләргә һәм яңғыҙ әсәләргә бирелә. Ләкин ата-әсәнең йәше 35-тән артмаҫҡа һәм сабый республикала 2018 йылдың 31 декабренә тиклем донъяға килергә тейеш. Ғаилә бала тыуғандан һуң алты ай дауамында социаль түләү алыу өсөн документтар тапшыра ала. Документтар йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә ҡабул ителә. Программа буйынса өҫтәмә мәғлүмәт менән республиканың Госстрой сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас: