Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
6 Февраль 2018, 02:00

Әлшәйҙәр ҙә беренсе балаға 300 мең һум аласаҡ

Былтыр яҙ республикала йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса тағы ла бер социаль программа бойомға ашырыла башланы. Уға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ата-әсәләргә тәүге балалары тыуғас, 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие билдәләнде.

Шуға бәйле, июнь айында Раевка ауылының күп функциялы үҙәге бүлексәһендә социаль ярҙам күрһәтеү өсөн ғаиләләрҙе иҫәпкә алыу буйынса яңы хеҙмәт булдырылды. Йыл аҙағына тиклем үҙәк белгестәренә райондан 29 йәш ғаилә мөрәжәғәт иткән, уларҙың 17-һе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 300 мең һумға сертификат алды ла инде.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, күп функциялы үҙәктең дә, унда күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дә популярлығы көндән-көн арта бара. Бөгөн бүлексә 224 хеҙмәт (67 - федераль, 98 - республика, 27 - муниципаль, 32 – башҡа төрлө) күрһәтелә. Йыл дауамында 32 меңдән ашыу дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтелгән: 15000-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән,11000-дән ашыу әҙер документ, 6000 кешегә төрлө консультациялар бирелгән.
Читайте нас: