Мәшғүллек хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 19,3 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә. Бер аҙнала төбәктә улар 215 кешегә кәмегән.
Ағымдағы йыл башында республикала 23,6 меңләп «рәсми» эшһеҙ иҫәпләнә ине. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, теркәлгән эшһеҙлек кимәле хәҙер 0,96 процент тәшкил итә, йыл башында 1,17 процент ине.
Әлеге ваҡытта республиканың вакансиялар банкында 42,9 меңдән ашыу эш урыны иҫәләнә. Бер аҙнала банк 600 вакансияға кәмегән. 2017 йылдың башында унда 32,4 мең эш урыны тураһында мәғлүмәт бар ине, тип белдерҙеләр мәшғүллек хеҙмәтендә.