Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ейәндәрем менән бәхетлемен”

Бөгөн Фәниә инәйҙең 20 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәһе һәм ике тыуасаһы бар. Бына ниндәй бай өләсәйҙәр йәшәй Һарыш ауылында!

Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы ябай ауыл ҡатыны, күп балалы әсә, хәстәрлекле өләсәй ҙә ул. Оло һынауҙарҙы үткән һуғыш осоро балалары быуыны булараҡ, тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Фәниә Ғәббәс ҡыҙы Миңлеғолова 1936 йылда Аҡсулпан ауылында (рәсми сығанаҡтарҙа Яңы Ҡыпсаҡ) донъяға килгән. Бала сағы, үҫмер йылдары һуғыш осорона, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән. Бәләкәйҙән бер эштән дә ҡурҡмай, хеҙмәттә сынығып, ныҡ булып үҫә.
Һылыу ҡыҙ Һарыш егете Яҡшығол Миңлеғоловҡа кейәүгә сыға, илле биш йыл бергә тормош кисерә улар. Береһенән-береһе тырыш, уңған һигеҙ балаға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Ғүмерҙәре буйы “Мир” колхозында эшләйҙәр, аҙбар тултырып ҡош-ҡорт тоталар, мал-тыуар аҫрайҙар, умарталары ла була, мул, етеш тормошта йәшәйҙәр. Ата-әсәһенең тырышлығы, берҙәмлеге балаларына ла күсә. Улдары Ғәзинур, Нурфәйез, Рифҡәт нефтсе һөнәрен һайлаған. Ғәлинур ғаиләһе менән Дәүләкән районында йәшәй, Илгиз район эске эштәр бүлегендә эшләгән, ә Нуриман атай нигеҙен һыуытмай, тыуған йортта ғүмер кисерә. Ҡыҙҙары Миңленур – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, район үҙәгендә үҙ магазиндары бар, ә Гөлназ Стәрлетамаҡта йәшәй. Һигеҙ баланың барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан, матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп, ҡайһы берҙәре хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып ғүмер кисерә.
Бөгөн Фәниә инәйҙең 20 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәһе һәм ике тыуасаһы бар. Бына ниндәй бай өләсәйҙәр йәшәй Һарыш ауылында!
Күпме наҙ, һөйөү, иғтибар, күңел йылылығы кәрәк 46 ейәнгә шәп өләсәй булыу өсөн!
- Улар менән бергә хатта нисә йәштә икәнеңде лә онотаһың, бөтә борсолоуҙар юҡҡа сыға, - ти быйыл 85 йәшен билдәләгән бәхетле өләсәй. - Йәштәргә әйтер һүҙем шул: эш һөйгәнде ил һөйгән, ти халыҡ, шуға ла бер эштән дә ҡурҡмағыҙ, донъяларығыҙ ҙа бөтөн, күңелегеҙ ҙә көр булыр.
Хөрмәтле юбилярға киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, күңел күгегеҙ һәр саҡ тыныс булһын, рух күтәренкелеге ташламаһын һеҙҙе!
Читайте нас: