Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Минең яугир ҡарт олатайым

Шәриф Хөснөтдин улы 1921 йылда Ҡунҡаҫ ауылында ишле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә.

Ғаилә альбомын ҡарап ултырғанда ҡулыма ҡарт олатайым Хөснөтдинов Шәриф Хөснөтдин улының фотаһын алып, тәрән уйҙарға сумдым. Ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тик киноларҙан ҡарап, тарих дәреслектәренән, китаптарҙан ғына уҡып белһәк тә, һуғыш еле ғаиләбеҙҙе ситләп үтмәгән.

Үкенескә ҡаршы, мин ҡарт олатайымды күреп белмәнем. Мин тыуғанда ул был донъяла булмаған инде.

Шәриф Хөснөтдин улы 1921 йылда Ҡунҡаҫ ауылында ишле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Бик ауыр йылдарға тура килә уның бала сағы. Ата-әсәһенә ярҙам итеү теләге менән ун ике йәшенән колхоз аттарын ҡарай башлай. Йәше еткәс, армияға алына. Өс йыл хеҙмәт иткәс, 1941 йылда тура һуғышҡа оҙатыла.

Ҡарт олатайыма фашистарҙы ҡыуалап, Дон, Днепр йылғаларын кисергә тура килә. “Өсәр тәүлек һыу аҫтында саҡ башты ҡалҡытып, немецтарҙы күҙәтә торғайныҡ” – тип һөйләгән һүҙҙәрен әле лә хәтерләй Зәйтүнә өләсәйем. Олатайым Румыния, Югославия, Венгрия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай.

Яу яланында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордендары һәм “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Был наградалар бөгөн дә беҙҙә бик ҡәҙерле ғаилә ҡомартҡыһы булып һаҡлана.

Һуғыштан һуң йәш яугир иҫән-имен тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Тап ошо урында уның өйләнеү тарихын да һөйләп үткем килә. Ҡарт олатайым яуҙан ҡайтып килгәндә дуҫы менән Һарыш ауылына инеп сығырға була. Ошонда ул минең буласаҡ ҡарт өләсәйемде – Миниғәлимә исемле һылыуҙы осрата һәм бер күреүҙән ғашиҡ була. Ҡыйыу егет оҙаҡ уйлап тормай, икенсе көндө үк ҡыҙҙы кәләш итеп алып та ҡайта.

Бик матур итеп, алтын туйҙарына тиклем татыу ғүмер кисерә улар, ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ең һыҙғанып колхозда эшләйҙәр, ауылда хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе булалар. Беҙ бөгөн дә ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайымды онотмайбыҙ, ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ.

Шәриф олатайым тураһында яҡшылап белгәс, миндә шундай ғорурланыу хисе тыуҙы, уға рәхмәт әйткем килде. Минең дә, уның кеүек, Тыуған илемә, халҡыма файҙа ғына килтергем килә. Һин минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булырһың, ҡарт олатай! Мин һинең менән сикһеҙ ғорурланам!

Илһам АБДУЛЛИН,

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге

3-сө гимназияның 8-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: