Рәйсә Сәфәрғәли ҡыҙы 1974 йылда биология һәм химия белгеслеге буйынса Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылда Торонтайыш урта мәктәбенә эшкә килә. Уның бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Әлшәй районы мәғариф системаһына бәйле. 1978 йылдан алып 2016 йылға тиклем, 38 йыл Раевка 4-се мәктәбендә биология фәненән белем бирә.
Рәйсә Сәфәрғәли ҡыҙының кабинеты мәктәптә һәр саҡ иң яҡшыларҙан һаналды. Оло йөрәкле уҡытыусы йөҙләгән уҡыусыға төплө белем бирҙе. Бик күп йылдар буйы район биология уҡытыусыларының методик берләшмәһе эшендә әүҙем ҡатнашты, йәш педагогтар менән эш тәжрибәһен уртаҡлашты. Асыҡ дәрестәр үткәрҙе, төрлө методик алымдарҙы файҙаланды, белем биреүҙең техник сараларын, шул иҫәптән компьютер технологияһын да ҡулланды. Уның дәрестәре уҡыусылар өсөн һәр саҡ бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Өҫтәүенә ул бик шәп класс етәксеһе лә булды! Дөрөҫөрәге, уҡыусыларҙың ышаныслы дуҫы ла ине. Биология серҙәренә өйрәтеү менән бер рәттән, балаларҙа изгелек, бөтә тере йәнгә ҡарата нескә күңеллелек, үҙ ҡылығыңа яуаплылыҡ тәрбиәләне. Рәйсә Сәфәрғәли ҡыҙының уҡыусылары биология өлкәһендә генә төплө белем алып ҡалмай, ә үҙ фекерен яҡлай белгән, тормоштағы төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙең асылын һәм сәбәбен аңлаусы ысын кешеләр булырға өйрәнде. Ул кешеләр күңелен аңлай, кәрәк саҡта ярҙам итә, кеше хәленә инә, аҡыллы кәңәштәрен бирә белде.
Маҡсатҡа ынтылыусан, изге күңелле Рәйсә Сәфәрғәли ҡыҙы үҙенең оптимизмы, тормошто һөйөүе менән тирә-йүндәгеләргә лә көс-ҡеүәт өҫтәне. Ғүмеренең аҙағына тиклем уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәне. Ул бик итәғәтле, намыҫлы, ғәҙел һәм ярҙамсыл булды. Һоҡланғыс педагог, әүҙем тормош позицияһы алып барған, алдағы көнгә ышаныс менән йәшәгән, хеҙмәт һәм тормош һөйөүсәнлек өлгөһө булған шәхес ине, уны белгәндәрҙең хәтерендә лә һәр саҡ шундай кеше булып ҡаласаҡ.
Раевка 4-се мәктәбендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре.