-4 °С
Болотло
Район мәҙәниәт һарайында уҙған “Шәп өләсәй” конкурсында беренсе урын яулаған Гөлсәсәк Сәйетгәрәй ҡыҙы был бәйгелә иң оло өләсәй ине. Ул тотонмаған бер генә ҡул эше лә юҡтыр, моғайын. Үҙ ғүмерендә шәлен дә бәйләгән, балаҫ та һуҡҡан, тегеү-сигеүгә лә маһир һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе ул. Сәхнәлә лә үҙе теккән балитәкле күлдәктә, камзулда сығыш яһаны, ҡашмау, һаҡал-түшелдеректәрҙе лә үҙе эшләй оҫта ҡуллы ағинәй.
Алдағы көндәрҙә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, тормош матурлығына һөйөнөп, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, бүләләрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәгеҙ, Гөлсәсәк инәй!