Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
16 Март 2021, 17:50

Фәнүрә Ғәниева – “Оҫта ҡуллы өләсәй”

Киләсәктә лә илһам-дәртегеҙ һүнмәһен, оҫта ҡулдарығыҙ арыу-талыуҙарҙы белмәһен, Фәнүрә апай!

“Шәп өләсәй-2021” район конкурсы сиктәрендә ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһендә хөрмәтле ағинәйҙәребеҙҙең береһе Фәнүрә Нәжметдин ҡыҙы Ғәниеваның эштәре күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Бына был оҫталыҡ, исмаһам! Ысын сәнғәт әҫәренә тиң ғәжәйеп матур картиналарҙы күреп таң ҡалаһың. Фәнүрә Ғәниева башҡорт милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө – түшелдеректәр, сәсмәүер-сәсүргестәр яһау, атлас таҫмаларҙан картиналар, сәйлән менән эшләү серҙәрен ейәнсәрҙәренә лә өйрәтә, мәктәптәрҙә, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.

Киләсәктә лә илһам-дәртегеҙ һүнмәһен, оҫта ҡулдарығыҙ арыу-талыуҙарҙы белмәһен, Фәнүрә апай!

Читайте нас: