“Шәп өләсәй” район конкурсында Иҫке Аҡҡолай ауылынан 38 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған тәжрибәле уҡытыусы Әлфиә Солтанова икенсе урынға лайыҡ булды. Тормош иптәше Шәйгәрҙән ағайға һөйөклө ҡатын, балаларына яратҡан әсәй,ҽйән-ҽйәнсәрҙәрҽнә иң мөләйҽм өләсәй, кҽйәү-килҽндәрҽнә шәп ҡәйнә, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта уңған хужабикә, ауыл, район кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, бөгөнгө көндә ауыл старостаһы булып, бик күп йәмәғәт эштәрҽн ойоштороп йөрөүсе Әлфиә Миңнулла ҡыҙына оло ихтирам менән, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Башҡорт рухлы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ҙур сәхнәгә сығып, билдәле яҡташыбыҙ Альфред Яҡшымбәтовтың “Нәнәйем” йырын башҡарыуҙары ғына ла үҙе бер һоҡланғыс, матур тамаша булды.
Киләсәктә лә балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән шау-гөр килеп, бүлә-бүләсәләр шатлығын кисереп йәшәргә яҙһын, һеҙгә, Әлфиә апай!