Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
13 Март 2021, 16:15

Офицер исеменә ғүмере буйы тап төшөрмәне

Февралдең һуңғы көндәрендә ҡыйыу, намыҫлы шәхес, дуҫтарына һәм хеҙмәттәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы милиция полковнигы Ильясов Дамир Фоат улы арабыҙҙан китте.

Уның тормош юлы беҙҙең район менән тығыҙ бәйле. Дамир Ильясовтың хеҙмәт эшмәкәрлеге, шәхес булараҡ үҫеше тап ошонда башланған. Ул 1957 йылда Дәүләкән районы Айыухан ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Өфө автотранспорт техникумын тамамлап, Совет армияһында хеҙмәт иткәндән һуң Яңы Раевка мал һимертеү совхозында инженер-механик булып эшләй башлай. 1985 йылда Әлшәй эске эштәр бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе етәксеһе булып милицияға эшкә килә. 1994 йылда, штаб етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны Дамир Фоат улы 1998 йылға тиклем, бүлек етәксеһе урынбаҫары – Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы эске эштәр бүлегенең йәмәғәт именлеге милицияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнгәнсе, башҡара.

Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы эске эштәр бүлеге етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа ла Дамир Ильясов һөнәри сифаттарын, ойоштороу һәләтен, эшенә тоғролоғон тулыһынса күрһәтте. Был вазифала ул ун йылдан ашыу хеҙмәт һалды, ул етәкселек иткән бүлек хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса республика эске эштәр министрлығы структураһында һәр саҡ алдынғылар сафында булды. Дамир Фоат улының белеме, тәжрибәһе, компетентлылы юғары баһаланды, ул отставкаға сыҡҡас та эшләүен дауам итеп биш йыл Дәүләкән районы хакимәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарҙы.

Д. Ф. Ильясовтың намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы бик күп наградалар һәм исемдәр менән билдәләнгән. Ул намыҫ, ҡыйыулыҡ, антҡа тоғролоҡ кеүек сифаттарҙың барыһын да үҙендә туплаған ысын офицер ине. Шулай уҡ күңел йылыһы өләшеп, башҡаларға ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл да булды ул. Бөтә ошо сифаттары өсөн хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары араһында хөрмәт ҡаҙанды. Дамир Фоат улы ышаныслы һәм тоғро иптәш, һөйөклө ир, һоҡланғыс атай һәм олатай, һәләтле ойоштороусы булды. Беҙҙең күңелдәрҙә лә ул һәр саҡ шундай кеше булып ҡаласаҡ.

Бөтә хеҙмәттәштәре, Әлшәй районы эске эштәр бүлеге ветерандары исеменән – Шамил ЙОСОПОВ.

Читайте нас: