35 йыл ғүмерен ауыл мәктәбендә математика фәнен уҡытҡан, буш ваҡытында ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт донъяһына ла сумған, ғаиләһен бәхетле, бөтөн, мөхәббәтле итеү өсөн көсөн, күңел йылылығын һалған Наилә Ғәлимйән ҡыҙы тормош иптәше Әхнәф Ҡотлозаманов менән лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс пар. Бөгөнгө көндә 6 ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә Наилә апай.
Өләсәйҙәр төрлө һынауҙарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә бәйгелә ҡатнашты. Наилә Ғәлимйән ҡыҙының Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбенең 9-сы класында уҡыусы ейәнсәре Азалияның һығылмалылыҡ талап иткән акробатик күнегеүҙәр менән сығышын тамашасылар ихлас ҡабул итте. Наилә Фәйзуллина "Иң ғәҙел өләсәй " номинацияһында еңеү яуланы. Афарин!