16 ейән-ейәнсәргә, ике бүлә-бүләсәгә шәп өләсәй булған Инсиә Гәрәй ҡыҙы йыр-моңға, матурлыҡҡа ғашиҡ, гөл-сәскәләр үҫтерергә, сигергә, бәйләргә ярата. Конкурста ул "Иң моңло өләсәй "номинацияһына лайыҡ булды. “Йәшем алтмыштан үтһә лә, йәштәрҙән ҡалышмайым”, тип йырлап-бейеп йөрөгән Инсиә апайға ҡарап нисек һоҡланмайһың!