Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
10 Март 2021, 17:17

Яңы Сәпәштә алтын ғаилә юбилярҙарын тәбрикләнеләр

Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда яҙҙың күркәм байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концертында илле йыл бергә ғүмер кисереүсе Гөлшат Сәфәр ҡыҙы һәм Ғайсар Миневәдит улы Ураҙғоловтарҙы ла тәбрикләнеләр.

Намыҫлы хеҙмәт юлы уҙған ветерандарҙы Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Р. Р. Еникеев, эштәр идарасыһы Л.В. Килсурина республика Башлығының, ауыл биләмәһенең ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә алтын парҙы ҡотлап, уларҙың әүҙем йәмәғәтселәр булып йәшәүҙәренә рәхмәт белдерҙе

Ауылдың үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт барыһына оҡшаны, һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды.

Мәғлүмәт Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто сәхифәһенән алынды.

Читайте нас: