Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған бөтә матур сифаттар: эшһөйәрлек, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, изгелек мул бирелгән уға. Күңел паклығы, уйҙарының сафлығы, эске донъяһының матурлығы йөҙөндә мөләйем йылмайыу булып балҡый, уйсан күҙҙәренән, аҡыллы ҡараштарынан тирә-яҡҡа нур тарала...
Ә бит ул үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән. Йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе алмаштырып, колхоз баҫыуҙарында һәм фермаларында бөтә тиҫтерҙәре кеүек, ал-ял белмәй эшләй. 1942 йылда бер нисә ҡыҙҙы Дәүләкәнгә тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Техника серҙәрен үҙләштергән Йомабикә апай ауылда тәүге тракторсы булып китә. Бәғерҙәргә үткән һуғыш осоронда тормош әсеһен етерлек татыһалар ҙа, зарланырға яратмай ул заман кешеләре. Ана бит, Йомабикә инәй ҙә: “Ул йылдарҙа бит барса халыҡ "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!" лозунгы аҫтында йәшәне. Ауырлыҡтар беҙҙе сыныҡтырҙы ғына”, - ти.
1943 йылда фронтовик егет, һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡан Ахун Кирәевҡа кейәүгә сыға. Икеһе лә ғүмерҙәре буйы “Мир” колхозында намыҫ менән хеҙмәт һала. Бик татыу йәшәйҙәр, матур итеп донъя ҡороп, 65 йыл бергә ғүмер кисерә улар, дүрт балаға яҡшы тәрбиә биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
Йомабикә Мөхәмәтғәли ҡыҙы “1941 -1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн", "Тыл эшсәне", "Хеҙмәт ветераны" һәм юбилей миҙалдары, бихисап Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Халҡыбыҙ тарихындағы иң ауыр йылдарҙы үҙ башынан үткәргән ябай ауыл ҡатыны, фиҙакәр тыл эшсәне бөгөн дә йәштәрҙе илебеҙ киләсәге өсөн яуаплы булырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өндәй. “Беҙ тик ултырыу тигән нәмәне белмәнек, ғүмер буйы эшләнек, донъяларыбыҙ ҙа матур булды, буш ваҡытта бәйләмен дә бәйләнем, балаҫ та һуҡтым. Эштән ҡурҡмай, күңел тыныслығында йәшәһәң, шул ул оло бәхет”, - ти хөрмәтле ветеран.
Алсаҡ йөҙлө, йор һүҙле Йомабикә инәй бөгөн дә донъянан артта ҡалмай, бөтә яңылыҡтарҙы белеп тора - телевизор ҡарай, гәзит уҡый. Бигерәк тә “Йәшлек” гәзитен һәм район баҫмаһын ярата.
Мөләйем йөҙлө, зирәк аҡыллы, изге күңелле ағинәйгә киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, күңел күгең һәр саҡ тыныс булһын, рух күтәренкелеге ташламаһын, һеҙҙе Йомабикә инәй!