-4 °С
Болотло
Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?
Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле.
Беҙҙең районда ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Мәҫәлән, Себенле ауыл биләмәһендә йәшәүсе Зилә Абдрахим ҡыҙы Миңлейәрованың бүлмә гөлдәрҽ ҡыш буйы шау сәскәлә генә ултыра. Афарин! Үҙҙәре лә сәскә кеүек матур, уңған хужабикәләргә яҙ кәйефе, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.