Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
6 Март 2021, 18:00

Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул

Ҡармыш ауылынан инглиз теле уҡытыусыһы Зәйҙә Гәрәй ҡыҙы Ғәлимованың ҙур оҫталыҡ менән башҡарған бейеүе социаль селтәрҙәрҙә күптәрҙә һоҡланыу уятты.

Районда бына инде бер айҙан ашыу мәҙәниәт бүлеге тарафынан “Алтын йәште данлайбыҙ” тип аталған онлайн үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үткәрелә.

Ижади форум 55 йәштән өлкән ир-аттар һәм гүзәл зат вәкилдәре араһында “Йырлы йөрәк!”, “Күңелемдә дәртле көйҙәр!”, “Ижадымда – зирәк аҡыл” һәм “Оҫта ҡулдар” номинациялары буйынса ойошторолдо. Оло йәштәгеләрҙең илһамлы ижад емештәре тураһындағы видеояҙмаларҙы ҡарап, беҙҙә шул тиклем һәләтле оҫталарҙың күп булыуына хайран ҡалаһың, таланттарына һоҡланаһың. Ә бына күптән түгел Ҡармыш ауылынан инглиз теле уҡытыусыһы Зәйҙә Гәрәй ҡыҙы Ғәлимованың ҙур оҫталыҡ менән башҡарған бейеүе социаль селтәрҙәрҙә күптәрҙә һоҡланыу уятты.

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар тиһәләр ҙә, Зәйҙә Гәрәй ҡыҙы уны йәшермәй – шаяртып, миңә 18+40, ти. Ә уның һомғол буйына, нәфислегенә, нәзәкәтлелегенә йәш ҡыҙҙар ҙа көнләшерлек. Ҡармыш килене тыумышы менән күрше Сурай ауылынан. Бейеү менән ул бала сағында, республиканың 1-се мәктәп-интернатында, хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы, уҡыған ваҡытта уҡ мауыға башлай. Шунан бирле был сәнғәт төрө мәҡәләбеҙ геройы өсөн тормошта төп мауығыуға әйләнгән.

- Бейеү – күңелле һәм файҙалы шөғөл генә түгел. Ул минең өсөн сағыу буяуҙарға бай һәм шатлыҡлы хис-тойғолар менән тулы тормош та. Бейегәндә күңелем менән ял итәм, - ти ул.

Зәйҙә Гәрәй ҡыҙы оҙаҡ йылдар балаларҙы ла бейеү серҙәренә өйрәткән, мәктәптә бейеү түңәрәге алып барған. Уҡыусыларының күбеһе бөгөн дә бейей, ә ҡайһы берҙәре менән ул бергә сәхнәгә лә сыға. Был сәнғәт төрөнә һөйөү уның ҡыҙҙарына ла бирелгән. Олоһо Диләрә, ул, әйткәндәй, әсәһе кеүек инглиз теле уҡытыусыһы, Өфө авиация колледжында уҡыта, уртансыһы, Башҡортостан фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре Айзилә һәм төпсөктәре, унынсы синыф уҡыусы Йәмилә лә бик оҫта бейей. Ғәлимоваларҙың яратҡан ғаилә бейеүе лә бар, улар сәхнәлә дүртәүләп тә сығыш яһай.

Зәйҙә Гәрәй ҡыҙының тағы ла бер һәләте бар - ул оҫта тегеүсе лә. Шуға ла сәхнә кейеменә мохтажлыҡ юҡ, теләгән костюмды тиҙ арала тегеп тә ҡуя. Ҡармыш ауылы мәҙәниәт йортоноң “Шәп ҡыҙҙар” коллективының оҫта бейеүсеһе, ҡабатланмаҫ таланты менән генә күңелдәрҙе яулап ҡалмай, башҡаларға ла дәрт-дарман өҫтәй. Ниндәй алтын йәш булһын инде, хатта көмөш тә түгел. Ә 18+ кенә!

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: