Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
26 Февраль 2021, 19:45

Сәйлән-мәрйендәрҙән үреп

Аҡҡолай ауылынан Зөлфиә Бикбулатова ваҡ быяла сәйләндән сәскә гөлләмәләре һәм ағастар үрә.

- Ғүмерем буйы Мәләүез химия заводында аппаратсы булып эшләнем, шунда, ҡалала йәшәнек. Завод ябылғас, ауылға ҡайтырға булдыҡ. Әсәйем дә ҡартайҙы, уны ҡарарға кәрәк ине, - ти Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙы.

Ә ҡул эше оҫтаһының әсәһе – районыбыҙҙа билдәле балаҫ һуғыусыларҙың береһе Нәсиха әбей Сиражетдинова, уның тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәләләр ҙә сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәй бөгөн арабыҙҙа юҡ инде, ул өс йыл элек 98 йәшендә донъя ҡуйҙы. Бөгөн уның эшен районда ғына түгел, республикала ла оҫта балаҫ аҫалаусы булараҡ танылған ҡыҙы Зәкирә апай Воронцова дауам итә. Был шөғөлдөң нескәлектәрен һеңлеһе Зөлфиә лә яҡшы белә, әммә сәйлән менән эшләү күңеленә яҡыныраҡ.

- Ғәҙәттә бер-ике көн кис ултырып, нәмәлер ижад итергә була, - ти оҫта. Әйткәндәй уның өйөндәге быяла гөлләмәләр һәм бүлмә гөлдәре тап төндә “сәскә ата”. – Ҡайһы бер ҡатмарлыраҡ нәмәләр менән аҙналар буйы ултырырға тура килә. Мин уларҙы һатыу өсөн яһамайым, ә туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итәм. Таныштарым араһынан заказ биреүселәр ҙә була, уларҙың үтенесен дә кире ҡаҡмайым, - тип серҙәре менән бүлеште Зөлфиә апай.

Уның коллекцияһында экзотик сакура һәм беҙ яратҡан бөҙрә ҡайын, сәскәгә күмелгән бүлмә гөлдәре, төрлө төҫтәге миләүшәләр, ромашкалар, ләләләр, раузалар, сәйләндән үрелгән яҡтыртҡыстар, еләкле кәрзиндәр, ҡумталар һәм брошкалар бар.

Күптән түгел аҡҡолайҙар ватсап төркөмөндә ҡулдан яһалған төрлө әйберҙәрҙән онлайн күргәҙмә ойошторҙо, бында ҡатнашырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Хатта ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы, дөрөҫ, уларҙың ижад емештәрен ҡатындары тәҡдим итте. Күргәҙмәлә Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙы эшләгән әйберҙәрҙе күреп, йәш килендәр ҙә, оло апайҙар ҙа ошо матур сәнғәт төрөнә үҙҙәрен дә өйрәтеүен үтенде.

Кем белә, бәлки, Зөлфиә Бикбулатованың еңел ҡулы менән ауыл клубында сәйлән менән бәйләү түңәрәге лә эшләй башлар. Тап уның кеүектәр тураһында “уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната”, тиҙәр ҙә инде. Был һис кенә лә арттырыу түгел. “Бер йәй эсендә йорт бөтөрөп, мунса, һарай төҙөп ҡуйҙы, баҡсаһын да ожмах мөйөшөнә әйләндерҙе, башҡаларҙың төшөнә лә инмәҫ ине әле”, – тип хайран ҡала ауылдаштары.

Күңел һалып эшләгән эш кенә ҡәнғәтлек бирә. Әгәр һин ижад менән шөғөлләнеп тә кешеләргә, донъяға ниндәйҙер яңылыҡ, файҙа килтермәйһең икән, һинең хеҙмәтеңдән ни фәтеүә? Ә Аҡҡолайҙың оҫта ханымдары матурлыҡ тыуҙырып, яҡындарына шатлыҡ өләшеп йәшәй.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: