Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
25 Февраль 2021, 17:05

Илһамға бай ғүмер көҙө

Ижад өсөн йәш сиктәре юҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итеүе, беҙҙең хөрмәтле өлкән йәштәге апай-ағайҙарҙың тормошона яңы һулыш өрөп, сағыу төҫтәр менән балҡытып ебәрҙе. Кемде генә алма, нимә менән дә булһа мауыға, ижад итә, спорт менән шөғөлләнә. Күптәрҙең һәләттәрен асырға мәжбүр иткән үҙ аллы изоляция “ғәйеплеме” әллә быға? Нисек кенә булмаһын, һәр ауылда, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек, үҙ оҫталары барлыҡҡа килде. Сигелгән картиналар, бәйләм бәйләү, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, биҙәнеү әйберҙәре һәм уйынсыҡтар яһау, ағасты һырлап рәсем төшөрөү, талдан үрелгән, ҡораманан тегелгән әйберҙәр… Ҡыҫҡаһы, һанап бөтөрлөк тә түгел. Шул тиклем илһам һәм фантазияның ҡайҙан килеүенә һоҡланырға ғына ҡала.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: