Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
20 Февраль 2021, 11:47

Онотолмай афған юлдары

26 декабрҙә самолеттарға ултырырға тигән команда алдыҡ. Һауаға күтәрелгәс кенә рота командиры беҙгә Афғанстанға осоуыбыҙҙы һәм унда “эҫе” икәнлеген хәбәр итте.

Афған һуғышы... Иғлан ителмәгән, фажиғәле, Бөйөк Ватан һуғышы менән сағыштырғанда ике тапҡырға оҙағыраҡ һәм 2238 көн дауам итте ул. Афғанстанға эләккән йәштәрҙең күбеһен мәктәпте яңы ғына тамамлаусылар тәшкил итте. Беҙҙең райондан утлы яуға 125 яугир киткән, уларҙың алтыһы, туғандары һәм яҡындары янына әйләнеп ҡайта алмай, сит ерҙәрҙә һәләк булған.

Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндәрҙең хәтерендә был ваҡиғалар кисә генә булған кеүек. Яҡташыбыҙ Шамил Йосопов шул яугирҙарҙың береһе.

- Күп кенә малайҙар кеүек, мин дә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыялландым һәм бының өсөн барыһын да эшләнем, спорт менән шөғөлләндем, ГТО нормаларын “бишле”гә тапшырҙым. Тыуған ил алдындағы бурысымды үтәргә ваҡыт еткәс, үҙем Һауа-десант ғәскәрҙәренә ебәреүҙәрен һораным, - тип хәтерләй Шамил Сабит улы. Һәм үтенесем ҡәнәғәтләндерелде. Миңә СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге легендар 103-сө гвардия Һауа-десант ғәскәрҙәре дивизияһында хеҙмәт итергә тура килде. Көн дә алыҫ араға марштар, атыу буйынса күнекмәләр, хәрби әҙерлек, парашюттан һикереүҙәр. Хәрби ант ҡабул итеү. Барыһы ла тиҙләтелгән режимда үтте.

1979 йылдың 9 декабре төнөндә беҙҙе тревога буйынса күтәрҙеләр. Йылы яҡҡа хәрби күнекмәләр үтергә осабыҙ, тип иғлан иттеләр. Тиҙ генә роталарға бүлделәр. Мине полктың автомобиль ротаһы составына индерҙеләр. Хәрби машиналар колоннаһы һәм шәхси состав менән Витебск-Смоленск маршрутын үттек. Смоленскиҙа, хәрби аэродром ситендә, бер нисә көн торҙоҡ. 26 декабрҙә самолеттарға ултырырға тигән команда алдыҡ. Һауаға күтәрелгәс кенә рота командиры беҙгә Афғанстанға осоуыбыҙҙы һәм унда “эҫе” икәнлеген хәбәр итте.

Кабул ҡалаһы аэропортына килеп төшкәс, беҙ атышҡан тауыштар ишеттек һәм алышҡа әҙерләнергә тигән команда бирелде. Афғанстан танк батальонының беҙгә һөжүм итеүе тураһында хәбәр алдыҡ. Шунда уҡ орудиелар менән бер нисә расчет танкыларға ҡаршы китте. Артабан беҙ уларҙың засадаға эләгеүен һәм һәләк булыусылар барлығын ишеттек. Улар араһында Дүртөйлө районынан бер егет тә бар ине.

Бына шулай башланды минең Афғанстандағы хеҙмәтем. Беҙҙең артиллерия полкы дошмандарға ҡаршы бөтә хәрби операцияларҙа ла ҡатнашты, тиерлек. Мин өлкән шофер вазифаһында хеҙмәт иттем. Саланг артылышындағы легендар тоннель аша бер нисә тапҡыр үтергә тура килде. Төрлө көтөлмәгән хәлдәр ҙә булды. Бәхеткә күрә, барыһы ла имен тамамланды.

Афғанстан юлдары буйлап хәрәкәт итеү бик ҡатмарлы ине. “Дух”тар асыҡ алыштарҙан ҡасты, йәшерен генә ут асалар ине – юлдарға миналар ҡуйҙылар, колонналарға засадалар ойошторҙолар, күп машиналар фугастарҙа шартланы, кешеләр һәләк булды. Ауыр булды тип әйтеү генә аҙ. Бик ҡатмарлы шарттарҙа йәшәнек. Илле градустан да юғары эҫелек, эсәр һыу етмәү. Бик күптәр һары ауырыуы менән сирләне һәм дауалауға ебәрелде. Ҡайнатылған һыу ғына эстек, һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡаҙанға дөйә тубылғыһы һала инек.

Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамай, яугирҙарҙың хәрби рухы бик юғары ине. Егеттәр яраланғандан һуң Тыуған илендә хеҙмәтен тултырыу мөмкинлеге булһа ла, кире Афғанстанға үҙ часына килергә тырышты. Еңелсә яраланғандар йыш ҡына госпиталгә ятыуҙан баш тартты, хеҙмәтен дауам итте. Үлемдән ҡурҡмайбыҙ, тейеү дөрөҫ түгел. Тап үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡас ҡына ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлайһың... Бөгөн күп нәмәләргә ҡараш үҙгәрҙе. Әммә афған юлын үткән егеттәрҙең үҙ бурысын намыҫ менән үтәүе тураһында тулы ышаныс менән әйтә алам.

Яугир-интернационалист Йосопов тыуған яҡтарына 1981 йылда әйләнеп ҡайта. Киров исемендәге колхозда механик булып эшләй башлай, 1982 йылдан Әлшәй районы эске эштәр бүлегендә дәүләт автоинспекцияһында эшләй, етәксе вазифаһына тиклем күтәрелә. 2004 йылдан – район эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары. 2006 йылда хаҡлы ялға сыға.

Афғанстанда сынығыу алған Шамил Сабит улы тыныс тормошта ла шундай уҡ ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, намыҫлылыҡ талап иткән өлкәлә эшләй. Уны, үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы психолог, зыялы кеше булараҡ, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә. Уның хеҙмәте күп кенә миҙалдар менән баһалана, хеҙмәт вазифаларын өлгөлө үтәгәне өсөн Шамил Йосопов бер нисә тапҡыр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса етәкселеге тарафынан бүләкләнгән. Элекке һалдатҡа улар бик ҡәҙерле, сөнки был наградалар артында тормошон ҡырҡа үҙгәрткән, йөрәгендә төҙәлмәҫ яра ҡалдырған афған һуғышы тураһында иҫтәлек ята.

- Һуғыш мине ысын ир-егет итте, - ти Шамил Сабит улы. - Тыныс күк йөҙөнөң, икмәк һәм һыуҙың, йорт, ғаилә, туғандар һәм дуҫтарҙың ҡәҙерен нығыраҡ белергә өйрәтте. Был батырлык мәктәбе ине, унда барыһы ла - дошмандар ҙа, дуҫтар ҙа булды. Әгәр яңынан йәшәп булһа, мин йәнә афған юлдарын һайлар инем. Эйе, беҙ сит ерҙә, әммә афған халҡы менән түгел, ә был ерҙе баҫып алған, беҙҙең көньяҡ сик өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған кешеләргә ҡаршы көрәштек. Афғанстанда булһаҡ та, беҙ үҙ Ватаныбыҙға хеҙмәт иттек, һәм мин үҙ бурысымды намыҫ менән үтәүемә ғорурланам.

Шамил Сабит улы 2010 йылдан алып Әлшәй районындағы ДОСААФ ойошмаһы рәйесе, уның төп бурысы - йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү. Уның тырышлығы менән районда был эш юғары дәрәжәлә ҡуйылған. Мәктәптәрҙә патриотик йүнәлештәге ҙур саралар үткәрелә, “Ҡанатлан!” программаһының “Руль артына ултыр” модуле буйынса М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 19 уҡыусыһы күптән түгел «В» категорияһына уҡып сыҡты.

Ш. С. Йосопов ун йылдан ашыу Афғанстан һуғышы ветерандары советына етәкселек итә. Йыш ҡына полкташтары менән осрашыуҙар уҙа,сөнки хәрби дуҫлыҡ бер ваҡытта ла онотолмай. Бергәләп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәләр.

Әңгәмәсем бар нәмәгә лә үҙе өлгәшергә күнеккән, кемдеңдер килеп, эшләгәнен көтмәй. Уның тормош девизы: “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр”. Ул һәр осраҡта ла ысын кеше булып ҡалырға, иң элек дуҫтарыңды, яҡындарыңды һынатмаҫҡа, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға, тыуған яғыңды яратырға кәрәк, тип иҫәпләй.

Шамил Сабит улы яратҡан ғаиләһе булыуы менән дә бәхетле. Тормош иптәше Суфия Рафиҡ ҡыҙы менән 38 йыл татыу ғүмер кисерә. Ике һоҡланғыс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар менән ғорурланырға мөмкин. Үҫеп килеүсе өс ейәне лә өләсәһе менән олатаһын шатландыра.

Оло йөрәкле, ихлас күңелле, ярҙамсыл Шамил Йосопов бөгөнгө тормошҡа ҡарап һөйөнә, тап уның кеүектәр тураһында, улар донъя тотҡаһы, тиҙәр. Хәрби дуҫтарын йыш иҫкә ала ул. Уларҙың батырлығы өлгөһөндә йәш быуын тәрбиәләнә, Ватаныбыҙҙың буласаҡ һаҡсылары ла ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәр.

Светлана ЖУКОВСКАЯ.

Читайте нас: