Себенле мәктәбендә математика, хеҙмәт дәрестәрен уҡытҡан Нәзирә Хәмзә ҡыҙы Шәнгәрәйева бөгөн хаҡлы ялда.
Матур итеп йылмайып баҫып торған был һөйкөмлө, алсаҡ күңелле апайға етмеш йәш, тип һис кенә лә әйтмәҫһең! Яратҡан шөғөлдәренең күп булыуы ла тормошона йәм, йәшәүгә дәрт өҫтәйҙер, моғайын.
Сигҽү, бәйләм бәйләү кҽүҽк ҡул эштәрҽ мҽнән йәш саҡтан уҡ шөғөлләнә, ә пенсияға сыҡҡас был эшкә ныҡлап тотона. Уның күңел йылыһын һалып, сағыу төҫтәгҽ таҫмалар мҽнән сигҽлгән картиналарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫ киткҽс матур, фантазияға бай улар!
Нәзирә апайға тормош иптәшҽ Фәнис ағай Миһранов та ярҙам итә, һәр “ижад емешен” матурлап рамлап, стҽнаға элҽп ҡуя ул. Картиналарҙың ҡайһы бҽрҙәрҽн туғандарына, яҡындарына ла бүләк итә улар.
Мәғлүмәт Себенле ауылы китапханаһы сайтынан алынды.