Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
12 Февраль 2021, 13:05

Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө

...Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!Маҡсатымдың иң, иң алыҫынЯҡын күрер күҙем. һәм күҙемдәБалҡып яныр ғорур намыҫым! (Рәми ҒАРИПОВ).

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл - 20 февраль 1977 йыл) -Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, вафат булғандан һуң).
Февраль. Буран...
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
(19 февраль, 1977 йыл,
шағирҙың иң һуңғы шиғыры)
***
Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.

Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!

Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар - ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде…
Алыҫ-алыҫ йондоҙ -
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел - ҡунағы…
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа -
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
РӘМИ ҒАРИПОВ.
Читайте нас: