Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
8 Февраль 2021, 19:15

Оҫта ҡуллы егет

Үҙ ҡулдары менән техника ҡороусы оҫталар әлеге ваҡытта бик йыш осрамай. Халыҡ телендә ундайҙарҙы “Кулибин”, “самоделкин”, “йомробаш” тип йөрөтәләр. Иҫке Аҡҡолай ауылында ла шундай оҫта ҡуллы егет йәшәй.

Данир Фәхретдиновҡа 27 йәш, белеме буйынса ул нәшриәт эше мастеры, Өфө полиграфия колледжын тамамлаған, һөнәре буйынса – шофер, “Башавтотранс” йәмғиәтендә эшләй, ә булмышы менән – уйлап табыусы. Өҫтәүенә инженер-конструктор, токарь, фрезеровщик, иретеп йәбештереүсе, кузовтар ремонтлаусы... Дөйөм алғанда, уның яратҡан шөғөлө – үҙ ҡулдары менән техника йыйыу.

Аҡҡолай егете уйлап тапҡан әйберҙәр араһында өс тәгәрмәсле йөк мотоциклы, сүп ташыусы велосипед һәм хатта мини-трактор ҙа бар. Уйлап табыу һәләте, яҡындары әйтеүенсә, унда бала саҡтан уҡ беленгән.

- Үҫмер сағымда уҡ, олатайым минең тимер-томор менән булашырға яратҡанымды күреп, иретеп йәбештереү аппараты бүләк итте. Шул көндән алып техник ижад менән етди мауыға башлағанмындыр, моғайын, - ти Данир үҙе лә.

Техника төҙөлөшөн егет армияла, Мурманск өлкәһендә диңгеҙ пехотаһында водитель булып хеҙмәт иткән саҡта ла өйрәнә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, күрше ауылдан һөйгән ҡыҙы Эльвинаға өйләнә, улдары Айназ һәм ҡыҙҙары Әмирәне тәрбиәләйҙәр. Йәштәр Өфөлә төпләнгән, һәр ял һайын ата-әсәләренә ҡайтып йөрөйҙәр, ҡатынының ата-әсәһе лә күрше Яңы Аҡҡолай ауылында йәшәй. Буш ваҡытында Данир гараждан сыҡмай тиһәң дә була, ниҙер уйлап сығара, шуны һүрәткә төшөрә, төҙөй, ҡора.

- Ауылда йыл әйләнәһенә эш етерлек. Мал ҡарарға, уға аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Хужалыҡта ата-әсәйемдең эшен еңеләйтеү маҡсатында бәләкәй генә, уңайлы ярҙамсы ҡороп алдым, - ти ул.

Мини-трактор төрлөсә һынау үткән инде. Йәйен уның ярҙамында Фәхретдиновтар бесән әҙерләгәндәр. Ҡышын ҡар таҙартыу өсөн дә бик яҡшы техника булып сыҡҡан ул. Башҡа тракторҙар кеүек бөтә төр эштәрҙе лә атҡара. Бик еңел, урынды күп алмай, тағылма менән күсереп йөрөтөргә лә уңайлы. Двигателе 1992 йылда сығарылған мотоблоктыҡы булһа, башҡа деталдәре “Жигули” автомобиленеке, рамдары профиль торбаларҙан яһалған.

Мотоцикл да шундай уҡ юл менән йыйылған, уның двигателе заманса мотоблоктыҡы, тапшырыу тартмаһы һәм башҡа деталдәре – “Жигулиҙыҡы”.

- Ә велосипедты мин “сүп-сар” реформаһынан һуң ҡороп алдым. Тоҡтар күтәреп ҡабат-ҡабат йөрөгәнсе, бер юлы ғына тейәйһең дә контейнерға илтеп ташлайһың, - тип йылмая егет. Хужалыҡта шундай мөғжизә-ярҙамсылар булыуына ата-әсәһе – Тимерхан ағай менән Динира еңгә лә бик шат. Улар улдарының мауығыуҙарын хуплай, юғары уҡыу йортона инеп, инженер һөнәрен алһа, бик шәп булыр ине. Беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итер инек, ти улар.

Аҡҡолай оҫтаһы өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Уның башында төрлө уйҙар ҡайнай. “Машина двигателенән тағы ла көслөрәк трактор төҙөгөм килә”, - тип хыяллана Данир.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: