Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
5 Февраль 2021, 13:00

Уҡытыусы, ғалим, яҙыусы...

Әлшәй районының почетлы гражданины Иван Егорович Карпухин үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, күренекле ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы профессоры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы, РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, талантлы шағир һәм яҙыусы, Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты, Әлшәй районының почетлы гражданины Иван Егорович Карпухин үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Иван Егорович – бик күп уҡыусылары өсөн өлгө булған, уларға баһалап бөткөһөҙ тәрән белем, бай тормош тәжрибәһе биргән ысын Уҡытыусы. Уның игелекле булыуына, ойоштороу һәләтенә, ихласлығына, кешелеклелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Хөрмәтле Иван Егорович, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: