Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
4 Февраль 2021, 21:58

Һәр аҫа (барса) үҙенсә матур!

"Инәйем ике йөҙләп балаҫ һуҡҡан. Уларҙы бергә йыйып, йәйеп һалһаң, тотош урамды ҡапларға етер ине бит!", - тип яҙа Ҡармыш ауылынан мәғариф ветераны Лилиә Сәлимгәрәева.

Инәйем(әсәйем) Гөлсөмбаныу Хәбиәхмәт ҡыҙы Ғәбдрәхимова Миәкә районы Нарыҫтау ауылында тыуып-үҫкән. Ҡарттайым ауылда ветврач булып эшләй, килгән ауырыуҙарҙы ла дауалай, һунарсылыҡ итә.
1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм шунда хәбәрһеҙ юғала.
"Нарыҫ буйларын сыҡҡанда
Бер ҡараным ҡайырылып.
Тәслимә ҡыҙым, белмәйҫең,
Ҡалдығыҙ бит айырылып.

Күл буйына ҡаҙлар төшкән,
Берәү түгел, йөҙ бит ул!
Икәү түгел, өсәү бит ул,
Эсеңде өҙә бит ул.

Нарыҫ тауҙың башларында
Оса аэропланнар.
Айырылырға түгел ине
Беҙҙең ҡорған планнар.

Нарыҫ буйлары ерекҫеҙ,
Нарыҫ тауы кейекҫеҙ.
Һөйөшөп туймаҫ саҡларҙа
Беҙ айырылдыҡ ирекҫеҙ,"- тип яҙған бәйеттәре генә ҡала...
Нәнәйем Миңҫылыу Сәхәүетдин ҡыҙы береһенән-береһе бәләкәйерәк өс ҡыҙ бала менән тороп ҡала. Иң кесеһе Тәслимә алты айлыҡ ҡына була. Уларҙы ас-яланғас итмәй, эшкә өйрәтеп үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра. Ҡарттайымдың ағаһы Мирас бабайым Шәйәхмәтов, улдары Сәлих бабайым, Рафаил ағайым, үрьяҡтан Сәхәүетдинов Закуан, Минеәхмәт бабайымдар ғүмер буйы нәнәйемдең терәк-таянысы булдылар.
Йәйҙәрен ҡыҙҙар Нарыҫ буйҙарында һарыҡ көтәләр, колхозда ҡайҙа ҡушһалар, шунда баралар. Бесәнде лә бергәләп әҙерләйҙәр. Нисек ауыр булһа ла, һыйыр тоторға тырыша нәнәйем! Сөнки һыйырһыҙ ғаиләләр мандый алмай, аслыҡтан шешенеп үләләр. Баҡсала бәрәңге, ҡабаҡ үҫтерәләр. Ауылда ҡыш көнө мал ҡарау, үҙҙәренә аяҡ-ҡулға, фронтҡа ойоҡбаш, бейәләй бәйләүҙән тыш балаҫ һуғыу — иң төп эштәрҙең береһенә әйләнә . Сөнки аҫалы балаҫты сит яҡҡа илтеп һатырға йә аҙыҡҡа алмашырға мөмкин. Етем ғаиләгә килем сығанағы бит!
Тәүге йылдарҙа оло нәнәйем Гөлбаныу ҙа (Әбелғатина ҡыҙ фамилияһы) иҫән була әле. Үҙенең инәһе Зөһрә нәнәйемдән өйрәнеп ҡалған һөнәрен - балаҫ һуғыуҙы ул олоғайғас та ташламай, йәштәргә лә өйрәтеп ҡалдыра. Бергәләп һарыҡ йөнөн иләү, сиратып төрлө төҫтәге буяуға маныу, аҫалап һуғыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда ҡыҙҙар ҙур ярҙамсы булалар.
"Бәләкәстән станокка еп оҙатыша инек. Ә аяҡтарым тәбәлдереккә етә башлағас, балаҫ һуғырға өйрәндем. Туғаным да шулай итте,"- тип хәтерләй инәйем. Күрше Илсеғол ауылына йөрөп уҡыйҙар. 6-сы класта сағында тиф ауырыуы эләктереп, аяҡтан йығыла. Нәнәйем үҙе дауалап, алты ай тигәндә аяҡҡа баҫтыра. Баланың сәстәре ҡойолған, ҡаҡ һөйәккә ҡалған була. Ҡабат мәктәпкә йөрөй алмай.
Үҫкәндә колхозда һарыҡ көтә, тракторҙа ярҙамсы(плугар) булып эшләй.
Үҫеп буй етеүгә үҙе кеүек ҡыҙҙар менән бергә Свердловскийға торф сығарырға, унан ҡайтҡас, шул яҡҡа урман киҫергә бара.
1953 йылда фронттан ҡайтып, эшләп йөрөгән атайым Биктимер Ғәбделҡадир улы менән өйләнешәләр: инәйем Сурай ауылына ҙур ғаиләгә килен булып төшә. Атайым менән инәйемдең татыу ғаиләһендә беҙ биш бала: бер ҡыҙ, дүрт малай үҫтек. Инәйем ғүмер буйы балаҫ һуғыу эшен ташламаны. Станогын атайым яңыртып яһай торғайны. Һуңғы станогын тимерҙән Инсаф туғаным эшләп бирҙе. Үҙебеҙгә лә, кешегә лә һуҡты. Йәйҙән алып көҙгә тиклем колхозда сөгөлдөр үҫтерҙе.
Ә ҡышын өйгә станок керә ине... Боронғо аҫаларҙан тыш ашъяулыҡ, селтәр биҙәктәрен балаҫҡа күсереп, төндәр буйы һуғып ултырғаны әле лә иҫемдә.
Балаҫ башлағанда беҙҙе ҡарауылға ҡуя:
- Ҡарап тор, фәлән кеше килеп кермәһен, эшем уңмаҫ,-ти. Ә ҡайһылары килеүгә ихлас шатланып: "Ҡул арты еңел, тиҙ бөтөрмөн әле,"-тип, ҡыуана-ҡыуана тотона ине. Бер аҙнала бер "карауат балаҫы" әҙер ҙә була: йәйғор төҫтәрендә балҡып ята!
Һәр барсаның, биҙәкте - аҫаны шулай тиҙәр беҙҙең яҡта, үҙенең исеме бар: баҙыян (һигеҙ сатлы йондоҙ), сулпы, әҙрәс, айсыҡ, томалып килгән баҙыян, тәкә мөгөҙө (ҡусҡар) һ.б. Балаҫ ситенең дә атамалары үҙенсә: бөтөй, кәкерсәк, ҡаҙ мороно.
Һәр аҫа (барса) үҙенсә матур! Инәйем ике йөҙләп балаҫ һуҡҡан. Уларҙы бергә йыйып, йәйеп һалһаң, тотош урамды ҡапларға етер ине бит! Инәйемдән ҡасан балаҫ һуғырға өйрәнгәнемде хәтерләмәйем. "Боҙаһығыҙ,"- тип станокка керергә рөхсәт итмәй ине. Ә ҡыҙҙарымды өйрәтте. Беҙгә станогын алып килеп, балаҫ оҙатып, күмәкләп һуҡтыҡ!
Инәйемдең Илсеғолда ғүмер кисергән бер туған һеңлеһе Арсланова Шәһәрбаныу апайым да аҫалы балаҫ һуғыу оҫтаһы булды. Уның Сурайҙа йәшәгән ҡыҙы Зөлхиҙә лә һуға. Һуға ғына түгел, балаҫты оҙата ла белә, ебәк ептән көрөһөн дә бәйләй. Ә улары — үҙе бер һөнәр.
Беҙҙең ырыу ҡатын-ҡыҙҙарының шундай матур һөнәре — ырыҫы, бәхете менән бүләкләгәне өсөн инәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен! Әле уға туҡһанынсы йәш. Иҫән-һау, сәләмәт кенә булһын!

Лилиә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Ҡармыш ауылы.

Читайте нас: