Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
4 Февраль 2021, 21:39

"Алтын йәште данлайбыҙ!"

Район мәҙәниәт һарайы онлайн форматта ойошторған үҙешмәкәр сәнғәт фестивале бик ҡыҙыу бара.

“Алтын йәште данлайбыҙ” (“Славим возраст золотой”) тип аталған был иҫ киткес матур сарала хаҡлы ялдағы әлшәйҙәр ҡатнаша. Ағай-апайҙарҙың, инәй-бабайҙарҙың шул тиклем һәләтле, оҫта ҡуллы, һәм фантазияға бай булыуын күреп, хайран ҡалырлыҡ. Сәйлән менән биҙәп эшләнгән картиналар, талдан үрелгән кәрзиндәр, оригами, балсыҡтан эшләнгән, ағасты һырлап, тимерҙе сүкеп семәрләп яһалған әйберҙәр... Ә нимәләр генә бәйләмәй беҙҙең оҫта ҡулдар! Балаҫ аҫалаусылар, аш-һыу оҫталары, бейеүселәр, йырсылар, шиғыр яҙыусылар тураһында әйтеп торорға ла түгел, хатта һүрәт төшөрөүсе һәм ария башҡарыусылар ҙа бар. Бөгөн Мәндән ауылынан Рәфис Ғәзим улы Хурамшиндың ижад емештәре менән танышабыҙ. Алтын ҡуллы оҫтаға афарин, тибеҙ!

Читайте нас: