Зеленый Клин ауыл Советының Новоконстантиновка ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Дүрт йылдан һуң юллама буйынса Миәкә районы Софиевка ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Ауыл ҡыҙын ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Яҙмышын балаларға белем биреүгә арнай.
Тағы дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Артабан йәш уҡытыусыны Әбдрәшит мәктәбенә күсерәләр. Аҙналар буйы арымай-талмай, яратҡан эшенә бөтә күңелен һалып эшләй, ял көндәрендә ата-әсәһе ҡарамағында йәшәгән улы янына тыуған ауылына йәйәү ҡайтып йөрөй.
1958 йылда Анна Михайловнаны Раевка 2-се урта мәктәбе филиалы булған Яңауыл мәктәбенә күсерәләр. Унда ул алты йыл эшләй. Артабан 39-сы мәктәптә 25 йыл башланғыс синыфтарҙы уҡыта, пионервожатый, тәрбиәсе була.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙең беренсе уҡытыусығыҙ… Күпме бала беренсе синыфҡа уҡырға килеп, был һүҙҙәрҙе тулҡынланып тыңлаған. Дәрескә инеп белем донъяһына юл асҡан уҡытыусының да ни тиклем тулҡынланғанын белмәй улар. Йәш педагог уҡыусыларында тирә-йүнкешеләргә ҡарата игелекле мөнәсәбәт, тәбиғәткә һәм тыуған яҡҡа һөйөү, бөхтәлек һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләргә тырыша, сабыйҙарҙы яҡшы кеше булырға өйрәтә. Тәүге дәрестәр, һүҙҙәр һәм һөйләмдәр донъяһында беренсе аҙымдар уҡытыусының һәм төрлө холоҡло, ҡыҙыҡһыныусан һәм тырыш уҡыусылар хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ. Уҡытыусы һәр бала күңеленә асҡыс табырға, ҡар батшабикәһе тураһындағы әкиәттәге кеүек баланың йөрәге боҙға әйләнмәһен өсөн бар күңелен һалырға тырыша.
Анна Михайловнаның күп кенә уҡыусылары талапсан, әммә изге күңелле, 42 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған беренсе уҡытыусылары юлын һайлаған.
Ә бына ҡыҙы Надежда, әсәһенең дәрестәре мәктәптә башланып, өйҙә дәфтәрҙәр, дәреслектәр артында тамамланған эшенең ни тиклем ауыр булыуын күреп, икенсе һөнәрҙе һайлаған.
- Алсаҡ, изге күңелле әсәйем матурлыҡты күрә белә. Уның уҡыусылары менән бергә мин дә походтарға йөрөнөм, иртәлектәрҙә ҡатнаштым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ейәне, улым Анатолийҙы тәрбиәләне, хәҙер улым Өфөлә «Башнефть» ойошмаһында эшләй. Әсәйемдең йәш ярымлыҡ бүләһе Степан да бар, - ти ҡыҙы Надежда.
Анна Михайловна оҙаҡ йылдар электровоз машинисы булып эшләгән ире Михаил менән бәхетле ғүмер кисерә. Икеһе лә тырыш хеҙмәттәре өсөн күп тапҡыр почет грамоталары, аҡсалата премиялар менән билдәләп үтелгән, уларҙың портреттары райондың Почет таҡтаһында эленеп торған.
Һиҙҙермәйенсә генә йыл артынан йылдар уҙа. Анна Михайловна уҡытҡан уҡыусыларҙың күптән үҙ ғаиләләре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Улар тәрән рәхмәт хисе менән мәктәп йылдарын, әле лә эшһеҙ ултырырға яратмаған тәүге уҡытыусыларын онотмай.
Анна Михайловна бик ихласлап телевизор ҡарай, яратҡан йырсыһы Олег Газмановты тыңлай, ашарға бешерә, буш ваҡыттарында бәйләмен йәки гәзит-журналдарҙы ҡулына ала. “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитен башынан алып аҙағына тиклем уҡып сыға, район яңылыҡтарын әсәһен һәр саҡ хәстәрләп тороусы һөйөклө ҡыҙы Надяға һөйләй. Элек Өфө нефть эшкәртеү заводында мастер булып эшләгән, әле Сочиҙа йәшәүсе улы Владимир ҙа әсәһен онотмай.
Хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне Анна Михайловна, үҙенең оҙаҡ йәшәү серен бик күп йәйәү йөрөүҙә, арымай-талмай хеҙмәт итеүҙә күрә һәм киләсәккә яңы пландар ҡора. Баҡса ла үҫтерә ул, быйыл ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡарағаттан ҡайнатма яһаған.
Күршеләре, элекке хеҙмәттәштәре менән сәйгә саҡырышып, аралашып йәшәй ул. Көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килеп, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Бына күркәм юбилейы ла килеп еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күпләп ҡунаҡтар саҡырыу мөмкин түгел, әммә иң ихлас һәм изге теләктәр гөлләмәһе мотлаҡ буласаҡ.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.