Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
15 Ғинуар 2021, 11:47

Уңған да, булдыҡлы ла, тырыш та

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл тап Данир кеүек эшкә уңған, булдыҡлы, тырыш замандаштарыбыҙ тураһында әйтелгәндер.

Иҫке Аҡҡолай егете Фәхретдинов Данир Тимерхан улы - ысын мәғәнәһендә оҫта. Нимәләр генә йыймай ул тимерҙән - өс тәгәрмәсле велосипед, мотоцикл, мини трактор...
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бар нимәгә өлгөр ул, ике балаға яратҡан атай, ҡатынына һөйөклө тормош иптәше .
Ана, ҡар яуып үтеүе булды, улы менән тракторына атланып, ҡар эттерергә лә сыҡты ул .
Читайте нас: