Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
13 Ғинуар 2021, 19:10

Их, быймаһы ла, быймаһы!

Ошо көндәрҙә Ҡармыш ауылында "Быйма байрамы" үтте. Был матур сараны ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Их, быймаһы ла, быймаһы! Йомшаҡ та, йылы ла, уңайлы ла! Ҡыш көнө уға еткән аяҡ кейеме бармы икән?! Юҡ, әлбиттә!

Байрамда Лилиә Биктимер ҡыҙы Сәлимгәрәева һалҡын ҡышҡы көндәрҙә бик кәрәкле аяҡ кейеме – быйманың нисек килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Быйма тураһында таҡмаҡ әйтеп, бейешеп тә алдылар. “Быйма ырғытыу”, “Һунарсы саңғыһында быйма кейеп йүгереү”, “Арҡан тартышыу” кеүек береһенән-береһе ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ла көс һынашты байрамда ҡатнашыусылар. Шулай уҡ балалар һәм ололар өсөн, биҙәкләп эшләнгән быймалар күгәҙмәһе ойошторолдо. Унда ҡул эше оҫталары Ғәлиә Әхтәмова һәм Рәхимә Кирәеваның бәйләнгән әйберҙәре лә ҡуйылғайны. Сара аҙағында конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды, шау-гөр килеп, күмәкләшеп сәй ҙә эстеләр.

Читайте нас: