А. И. Грибель 1947 йылдың 12 июнендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1967 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң, Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып башлай. Шул уҡ йылды директор итеп тәғәйенләнә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1969 йылдан Раевка консерва заводы клубы мөдире булып эшләй. 1981 йылда консерва цехының өлкән мастеры, унан һуң директорҙың коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары була. 1989 йылда “Раевка” совхоз-заводы директоры итеп тәғәйенләнә. 1995-2007 йылдарҙа А. И. Грибель Раевка ауыл Советы хакимиәтенә етәкселек итә.
Ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, Андрей Иванович үҙен оҫта ойоштороусы һәм эшлекле сифаттарға эйә грамоталы етәксе итеп танытты, сикһеҙ абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Ҙур тормош тәжрибәһе, белеме уға алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәргә мөмкинлек бирҙе. Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында халыҡ мәнфәғәттәрендә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса планлы эш алып барҙы, район үҙәген төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирҙе. Уның эшмәкәрлеге осоронда ауыл күҙгә күренеп күркәмләнде, учреждениелар һәм ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылды. Урындағы Совет депутаты һәм ауыл биләмәһе башлығы ауылдаштарының һорауҙарына һәм үтенестәренә һәр ваҡыт иғтибарлы булды, төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә тырышты.
Андрей Ивановичтың ҡаҙаныштары күп һанлы маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән лайыҡлы баһаланды.
Талантлы етәксе, һоҡланғыс шәхес Грибель Андрей Иванович тураһында яҡты иҫтәлек уны белгән һәм бергә эшләгән кешеләрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, А. Т. Солтанғолов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, М. А. Тимасов, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Ә. М. Әхмәҙиев, Ф. Г. Вилданов.