Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
15 Декабрь 2020, 18:00

“Йондоҙҙарҙан бәхет ҡойҙом әле...”

Һәр кемде әсир итерлек моң бар һәләтле яҡташыбыҙ, Әлшәй ҡыҙы Венера Басированың күңелендә.

Венера Риф ҡыҙы Иҫке Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән был ханымдың иҫ киткес тәрән мәғәнәле, күңел түренән сыҡҡан шиғырҙар, бик күп популяр йырҙарҙың авторы булыуын, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә әле.

- Бала саҡтан шиғырҙар яҙам, - ти ул. – Әммә уларҙы кешеләргә күрһәтергә ояла инем. Бер ваҡыт яҡташыбыҙ, билдәле композитор һәм йырсы Урал Рәшитов шиғырҙарымды ҡарап сыҡты ла, ижад емештәремде бик оҡшатып, “Ҡар һыуҙары” тигән йыр ижад итте.

Бөгөн инде Венера Басирова – “Яҙыр инем ҡоштар ҡанатына”, “Беҙ бит һаман малай-шалайҙар”, “Һөйөүҙәрем мәңгелек”, “Йәшлеккә тағы бер ҡайт әле”, “Күршеләрем”, “Ышыҡтарым бул” һәм башҡа бихисап популяр йырҙар авторы. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы билдәле башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары Рөстәм Асаев, Ғәбделфәт Сафин, Айҙар Рәҡипов, Айһылыу Такиянузова, Лиана Ғабдрахманова, Вадим Фәтхинуров, Наилә Шәрипова башҡара.

Эйе, Әлшәй ере таланттарға бай. Тағы ла бер билдәле яҡташыбыҙ, композитор, ауылдашы Альфред Яҡшымбәтов менән дә бик күп йырҙар ижад иткән Венера Риф ҡыҙы. Ә “Аҡҡолайым, ауылдаштарым” йыры бөгөн ысын мәғәнәһендә аҡҡолайҙарҙың гимнына әйләнгән.

Бына шундай һәләтле, бай күңелле, һоҡланғыс кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Көндәлек мәшәҡәттәр менән беҙ уларҙы, бәлки, баһалап та бөтмәйбеҙҙер. Әммә мәңгелек ҡиммәттәрҙе, йәшәү мәғәнәһен, тирә-яғыбыҙҙың матурлығын тап шундай шәхестәр танырға ярҙам итә түгелме һуң? Хис-тойғоларға бай, шиғри күңелле Венера Риф ҡыҙына киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм илһам ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ.

АҠ КҮБӘЛӘК ТӨШТӨ КҮКТӘРҘӘН
Һауаларҙа һалҡын көҙ тынлығы,
Һары япраҡ төҫө юлдарҙа.
Көҙ йәменең һуңғы көнө булып,
Осоп киткән икән ҡоштар ҙа.
Йәтимләнеп ҡалды ағастар ҙа
Һуңғы япраҡ осоп киткәндә.
Миҙгелдәрҙе миҙгел алыштырып,
Аҡ күбәләк төштө күктәрҙән
Аҡ күбәләк япраҡтарға ҡарап,
Ҡыйыу ғына ҡараш ташланы.
Оялыусан ҡыҙыл япраҡ менән
Вальс көйөнә бейей башланы.
Аҡ күбәләк ҡупшы көҙгө япраҡ
Һөйөү ине ике арала.
Ғүмерҙәр ул тик миҙгелдәр генә,
Ә һөйөүҙәр мәңге арала.

ҠЫШҠЫ ЮЛЫМ
Яратамын ҡышҡы юлдарымда
Шығырҙаған ҡарҙар тауышын.
Һорауҙарға яуаптарҙы эҙләп,
Барлап-барлап йәшәү ағышын.

Атлап килгән ҡышҡы юлдарымда
Ҡояштарҙан күҙҙәр сағыла.
Икһеҙ-сикһеҙ ап-аҡ келәмдәрҙә.
Әйтерһең дә, ғүмер ағыла.

Күҙҙәр һалып ҡышҡы юлдарыма
Күпме ғүмер тиеп үтелгән.
Гәүһәр таштан ғәзиз ерҙәремә
Әйтерһең дә, мәрйен һибелгән.

Аҡ төҫтәргә – бәхет төҫтәренә
Хыялымды үрәм уйымдан.
Хоҙайҡайым, зинһар айырма, тип
Ошо ҡышҡы оҙон юлымдан.

ЯҘЫР ИНЕМ ҠОШТАР ҠАНАТЫНА (йыр)

Яҙыр инем ҡоштар ҡанатына
Һағыныуымды һине өҙөлөп.
Ҡарап ҡалдым ҡошҡайҙарҙың нисек
Осоп киткәндәрен теҙелеп.

Ағым һыуҙар булһа һалыр инем
Һағынып та һине көткәнде.
Яҙыр инем ҡоштар ҡанатына
Һинһеҙ нисек ғүмер үткәнен.

Елгә һөйләр инем серҙәремде
Туҡтата алһам әгәр иҫкәнен.
Тиңләр инем шишмә моңдарына
Күргән саҡта парҙар үткәнен.

Сәғәттәрҙең ҡомо булыр инем
Туҡтата алһам әгәр ваҡытты
Аҡ болотҡа ғына яҙыр инем
Яҙа алһам әгәр яҙмышты.

АЙҒА МӘРЙЕН ТЕҘҘЕМ

Һәр бер таңым һинең менән ата
Уйҙарымда ғына булһа ла.
Матур һүҙҙәр серле ҡараштарың
Хәтирәләр булып ҡалһа ла.

Һәр бер көнөм һинең менән үтә
Тик ҡабатлап һинең исемде.
Оноторға мөмкин, мөмкин түгел
Иң яратҡан минең кешемде

Тик төндәрем генә мәңгелектәй
Йоҡо алмай икән күҙҙәрҙе
Йондоҙҙарҙан айға

мәрйен теҙҙем
Ҡушып-ҡушып һинең һүҙҙәрҙе.

МЕНДЕМ ТАУҒА

Мендем тауға, һуҙҙым ҡулдарымды,
Әйтерһең дә тоттом болотто.
Йыһандарға алып сөйҙөм әле
Йөрәгемдә янған шул утты.


Мендем тауға, һуҙҙым ҡулдарымды -
Күптәнге был минең хыялым.
Аҡ болотҡа ғына сигеп яҙҙым
Йөрәгемдә йәнем һин барын.

Мендем тауға, һуҙҙым ҡулдарымды
Һөйөү булып остом күктәргә.
Йондоҙҙарҙан бәхет ҡойҙом әле
Һөйөү теләп күптәр, күптәргә.
Венера БАСИРОВА.

Читайте нас: