Әлшәй хәбәрҙәре
+22 °С
Ясно
Һоҡланғыс кешеләр
2 Декабря 2020, 13:00

Ғ. Н. Ҡужәхмәтов

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының урта һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Аксен агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Ҡужәхмәтов Ғәлим Нурғәли улы 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Ғ. Н. Ҡужәхмәтов 1947 йылдың 24 ғинуарында Мәләүез районы Эткөсөк ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Мәләүез районының Трясин исемендәге колхозында баш агроном булып башлай. Бер йылдан һуң яҙмыш уны Әлшәй районына алып килә. 1971 йылдан 1999 йылға тиклем Аксен ауыл хужалығы техникумының агрономия дисциплиналары уҡытыусыһы булып эшләй. 1999 йылда Аксен ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлана. 2001 йылдан алып уның хеҙмәт биографияһы Аксен техникумы менән тығыҙ бәйле: уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директорҙың ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары була, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уҡытыуын дауам итә. Студенттар һәм уҡытыусылар коллективы менән ҡиммәтле тарихи экспонаттарға бай музей туплап, күп йылдар уға етәкселек итә.
Ғ. Н. Ҡужәхмәтов һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Мөғәллим булып эшләү дәүерендә ул бөгөн төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт һалған меңдәрсә белгес әҙерләп сығарҙы, уларҙың күбеһе агросәнәғәт тармағында ҙур уңыштарға өлгәшә. Ысын педагогтарға хас булған һәләт, күңел йылылығы,тәрән аҡыл, һиҙгерлек, сабырлыҡ кеүек бөтә сифаттар ҙа бар ине унда. Үҙ фәнен яҡшы белеүен, һөнәри оҫталығын һәм эрудицияһын тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре һәр ваҡыт юғары баһаланы. Ғәлим Нурғәли улы иғтибарлы, ярҙамсыл һәм ғәҙел кеше ине, үҙенә һәм башҡаларға бик талапсан, принципиаль булды.
Уның юғары һөнәри оҫталығы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһының урта һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары менән билдәләнгән.
Үҙ эшенең оҫтаһы, һоҡланғыс шәхес Ҡужәхмәтов Ғәлим Нурғәли улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Д. Р. Мостафин, С.Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Д. А. Сидоров, Р. Р. Әбделвәлиев.
Читайте нас