А. М. Ғәниев 1938 йылдың 20 апрелендә Әлшәй районы Никифар ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Правда» колхозында төрлө эш башҡарыусы булып башлай. Армиянан һуң, 1960-1966 йылдарҙа, туған колхозында шофер булып эшләй. Ауылдың артабанғы үҫеше өсөн квалификациялы кадрҙар кәрәк булыуын аңлап, Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, колхозға дипломлы белгес булып ҡайта һәм трактор бригадаһына етәкселек итә. Һуңынан ауыл хужалығы институтында юғары белем ала.
1975 йылдан 1982 йылға тиклем Азат Миңлеғәли улы “Правда” колхозы рәйесенең мәҙәни-ағартыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1982-1983 йылдарҙа - тәүге партия ойошмаһының ирекле секретары. 1983-1985 йылдарҙа Әлшәй район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары була. 1985 йылда А. М. Ғәниевты “Правда” колхозы рәйесе итеп һайлайҙар. Күп көс талап иткән был вазифала ул хаҡлы ялға сыҡҡансы, 2001 йылға тиклем эшләне. Ошо осорҙа производство биналары, социаль-мәҙәни объекттар, баҫыу һәм ферма эшсәндәре өсөн йорттар төҙөү ҡыҙыу барҙы. Етәксе производство күрһәткестәре арттырыу өсөн генә түгел, иң мөһиме, колхозсыларҙың йәшәү кимәлен күтәреү, ауыл ерендә тормош сифатын яҡшыртыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Азат Миңлеғәли улы етәкселегендә Никифар ауыл Советы биләмәләрендә юлдар төҙөлә, һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреү мәсьәләләре хәл ителә, шәхси торлаҡ төҙөүселәргә ярҙам күрһәтелә.
Никифар районда күркәм йорттары, таҙа урамдары, матур производство биналары, бассейнлы балалар баҡсаһы, заманса участка дауаханаһы булған иң төҙөк ауылдарҙың береһенә әйләнә.
Азат Миңлеғәли улы урындағы Совет депутаты вазифаһын ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара.
А. М. Ғәниевтың бөтә тормошо – һайлаған һөнәренәә намыҫлы хеҙмәт итеүҙең, үҙ идеалдарына тоғролоҡтоң сағыу миҫалы. Ул бик кешелекле, итәғәтле ине, юғары һөнәри оҫталығы, тормошто һөйөүе һәм оптимист булыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Һәр эште намыҫ менән, аныҡ аҡыл менән башҡарҙы. Ауылдаштарының үтенесенә һәр саҡ иғтибарлы булды, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тырышты. Күптәр уны изге күңелле һәм ябайлығы өсөн ихтирам итте.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн А. М. Ғәниевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде, Әлшәй районының почетлы гражданины шулай уҡ «Почет билдәһе» ордены, «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе, БАССР Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Үҙ эшенең оҫтаһы һәм һоҡланғыс шәхес Ғәниев Азат Миңлеғәли улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Д. Р. Мостафин, С.Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Ә. М. Әхмәҙиев, Ф. Г. Вилданов, И. М. Бикмурзин.