Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
25 Ноябрь 2020, 19:00

Иң мөһиме – күңел йылыһы

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары нисек эшкә лә йөрөй, йорт хужалығында ла өлгөрә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, бал ҡорттары үрсетә, башҡа төрлө эштәр менән шөғөлләнергә, ҡул эштәренә лә ваҡыт таба. Нисек итеп бөтәһенә лә өлгөрәләр, был, моғайын, һәр ваҡыт сер булып ҡалыр. Бөгөн беҙ һеҙҙе ошондай уңған, булдыҡлы һәм өлгөр хужабикәләрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Был һоҡланғыс ханым тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә. Балғажы ауылынан Гөлшат Шарапова – даими хәбәрсебеҙ, уның хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, ауыл эшсәндәре, балалар ижады тураһындағы мәҡәләләре, шулай уҡ үҙе яҙған шиғырҙары гәзитебеҙ биттәрендә йыш баҫыла.

Әммә Гөлшат Мохтасар ҡыҙының һәләттәре был ғына түгел әле, ул бар яҡлап та оҫта, тиһәң һис хата булмаҫ, моғайын. Иң яратҡан шөғөлө – бәйләм бәйләү. Ҡул эштәренә булған һөйөүе бала сағында уҡ уға әсәһенән күскән.

- Мин Сәмәрҡанд ҡалаһында тыуғанмын. Ата-әсәйем тап шунда танышҡан, бер-береһен яратып өйләнешкәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә өс йәш ярым булғанда атайым мәрхүм була. Әсәйем тыуған Иҙрис ауылына әйләнеп ҡайта, уҡытыусы булып эшләй, яңғыҙы беҙҙе аяҡҡа баҫтыра, яңынан кейәүгә сыҡмай. Мин иҫ белгәне бирле, әсәйемдең дә, өләсәйемдең дә ҡулынан бәйләм төшмәне, уларҙан өйрәнеп мин дә бәйләргә тотондом, - тип хәтирәләргә бирелә Гөлшат Мохтасар ҡыҙы.

Әсәһенән өлгө алып, ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң яҙмышын уҡытыусы һөнәренә бағышларға ҡарар итә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, ул оҙаҡ йылдар Балғажы мәктәбендә балалар уҡыта, ә белем усағы ябылғандан һуң, күрше Никифар ауылында уҡыусыларҙы туған тел серҙәренә өйрәтә. Гөлшат Мохтасар ҡыҙы гармунда уйнай, һүрәт төшөрөү оҫталығына ла эйә, был һәләттәр уҡытыусыға мәктәптә эшләгән йылдарында бик ярҙам итә, улар балалар менән стена гәзиттәре сығара, драма түңәрәгендә спектаклдәр ҙә ҡуялар. Утыҙ өс йыл педагог булып эшләгәндән һуң ул быйыл хаҡлы ялға китә. Һәм, ниһайәт, яратҡан шөғөлдәре өсөн буш ваҡыты арта.

- Йәш саҡта, яңы тормош башлағанда, ауырлыҡтар күп булды. Эш менән бер рәттән, ситтән тороп университетта уҡыным, балалар бәләкәй, хужалыҡ эштәренә лә өлгөрөргә кәрәк, өҫтәүенә йорт һалдыҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәйләмде ташламаным. Шөғөлөмдөң файҙаһы күп булды – ҡыҙҙарыма төрлө әйберҙәр, ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр генә түгел, матур кейемдәр ҙә бәйләнем.

Бөгөн көҙгө уңышты йыйып, эштәр бер аҙ кәмегәс, оҫта ҡуллы ханым мауыҡтырғыс ижад донъяһына сума. Туғандарын һәм дуҫтарын үҙенсәлекле бүләктәр менән ҡыуандыра, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәренә ҡупшы күлдәктәр, костюмдар, комбинезондар бәйләй.

Уңған хужабикә өйҙәгеләрҙе үҙе бешергән тәмле аштары, милли ризыҡтар һәм тәм-том менән дә һыйларға ярата. Тормош иптәше Айҙар Айтуған улы ла бик уңған һәм булдыҡлы ир-егеттәрҙең береһе. Шофер һөнәрен һайлаған һәм эшен бик яратҡан ғаилә башлығы матурлыҡҡа ғашиҡ кеше. Баҡсасылыҡ икеһе өсөн дә уртаҡ мауығыу булһа, сәскәләр үҫтереү - башлыса Айҙар ағайҙың яратҡан шөғөлө.

- Эш буйынса ҡайҙа ғына булырға тура килһә лә, ә ул алыҫ төбәктәргә лә йөрөй, сәскә үҫентеләре алып ҡайта һәм уларҙы үҙе тәрбиәләп үҫтерә, - ти Гөлшат Мохтасар ҡыҙы.

Шараповтарҙың ихатаһы йылдың һәр миҙгелендә лә күркәм. Ҡыш көндәрендә оҫта ҡуллы хужа яҡындары өсөн ысын мәғәнәһендә тылсымлы әкиәт донъяһы тыуҙыра. Бында тәүҙә тау хасил була, унан һуң ҡар һәм боҙ һындарға сират етә. Кешене бәйләнгән кейемдәр генә йылытмай, иң мөһиме – күңел йылыһы, гөрләп торған ғаилә усағы, ти Шараповтар.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: