“Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тигән мәҡәл Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимасов Михаил Анатольевичҡа тап килеп тора. Ул Раевка ҡасабаһында тыуып-үҫкән һәм ғүмере буйы ошонда йәшәй. Бала сағы татыу ғаиләлә уҙа, унда барыһы ла бер-береһен хөрмәт итә. Дүрт бер туған малай дуҫ булып үҫәләр. Ата-әсәһе район предприятиеларында намыҫ менән хеҙмәт һала. Егеттәрҙең үрнәк алырҙай кешеләре була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы һәм бер ағаһы бөгөн фани донъяларҙа юҡ инде.
Михаил Анатольевич мәктәп йылдарын һәм күңел йылыһын балаларға мул өләшкән уҡытыусыларын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Мәктәптә уҡығанда ул спорт менән мауыға, футбол, хоккей уйнай, саңғыла йөрөй. Һәр малай кеүек үк, уға техника, автомобилдәр оҡшай. Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң ул Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һем электрлаштырыу техникумына уҡырға инә, уны тамамлағас, Әлшәй район сельхозтехникаһында техник-электрсы булып эшләй.
Ике йыл армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған поселогында ЛМУ инженер-технологы, етәксеһе булып эшләй, артабан – “Агрохимия” район етештереү берләшмәһе рәйесе, “Раевка” МТС-ының етештереү буйынса директор урынбаҫары, "Раевка" совхоз-заводы директоры, “Прогресс” йәмғиәте генераль директоры, “Әлшәй РОП” йәмғиәте директоры булып эшләй. 2013 йылдың февраленән Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.
Биләмә башлығы вазифаһына билдәләнгәнсе уның бай тәжрибә туплауы ҙур ярҙам була. Ул оҫта идарасы, үҙ эшен теүәл белеүсе һәм ҡуйылған маҡсатына тайпылмай барыусы кеше. Урындағы үҙидарала эш ҡыҙыҡлы, әммә бик ауыр. Сөнки биләмә башлығының эш көнө 24 сәғәт дауам итә. Һәм был һис арттырыу түгел. Ул һәр ваҡыт элемтәлә, биләмә территорияһында ниҙәр булғанын, граждандарҙың тормошо һәм именлеге өсөн барлыҡ яуаплылыҡ беренсе сиратта уның иңенә төшөүен яҡшы аңлай.
Уның эш көнө иртәнге планерканан башлана.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер эште планлаштыраһың, ә бер сәғәттән һуң барыһы ла үҙгәрә, көтөлмәгәнн проблемалар килеп тыуа,- ти Михаил Анатольевич. - Сөнки төҙөкләндереү эштәре, юлдар торошон күҙәтеү, урамдарҙы яҡтыртыу, башҡа ведомстволар менән хеҙмәттәшлек итеү - барыһы өсөн дә беҙ яуаплы. Хәҙер юғары әҙерлек режимында йәшәйбеҙ, халыҡтың үҙ аллы изоляцияны нисек үтәүен тикшерәбеҙ. Барыһын да контролдә тоторға һәм халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта көндәлек эштәр тураһында ла онотмайбыҙ. Бер көндә сүп-сар проблемаһын да хәл итергә, имен булмаған ғаиләләргә барырға, халыҡты ҡабул итергә һәм ниндәй ҙә булһа пландан тыш мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Биләмә башлығының башҡа мәшәҡәттәре лә аҙ түгел. Һалымдар йыйыу, күп балалы ғаиләләр, ветерандар менән эш алып барыу ҙа уның бурыстарына инә.
Михаил Анатольевич үҙ фекерендә ныҡ тороусы, тынғыһыҙ холоҡло кеше. Проблемаларҙы хәл иткәндә мөмкинлектәр булмауына һылтанмай, ә башланған эште эҙмә-эҙлекле тамамлай. Һәм быларҙың барыһы ла ҡатмарлы социаль-иҡтисади шарттарҙа башҡарыла.
Халыҡ менән эшләүҙә иң мөһиме – кеше менән нисек аралаша белеү, тип иҫәпләй М. Тимасов. Уның ышаныслы ярҙамсылары - депутаттар корпусы бар. Улар ҙур ярҙам күрһәтә, теләһә ҡайһы эшкә лә ҡушыла, ә ул, үҙ сиратында, уларҙың инициативаларын һәр ваҡыт хуплай. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең татыу командаһы ла Михаил Анатольевичтың уң ҡулы. Үҙ-ара ярҙамлашыу, һәр кемдең эшен яҡшы белеүе һәм яуаплылығы — етәксегә генә түгел, биләмә хакимиәтенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә лә хас төп сифаттар.
Михаил Анатольевич әүҙем тормош позицияһы менән йәшәй. Ул яңы идеялары менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, уның оптимизмын күреп, халыҡ үҙ көсөнә ышана.
Ул яҡты йөҙлө, асыҡ күңелле кеше, төрлө мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итә, үҙ фекерен теүәл еткерә, башҡарған эшенән илһам ала, коллегалары менән бергә уңыштарға һөйөнә һәм уңышһыҙлыҡтарға көйөнә.
Михаил Анатольевич тәнҡитте ҡабул итә белә, иң мөһиме, ул урынлы булһын. Һәр кем был тормошта үҙ эше менән мәшғүл булырға тейеш, шул саҡта ғына ризаһыҙлыҡ өсөн сәбәптәр аҙ буласаҡ, тип иҫәпләй ул. Тәнҡитләүе еңел, ә бына инициатива күрһәтеп, тирә-яҡтағылар өсөн ниндәйҙер файҙалы эш эшләү ауырыраҡ, ти Михаил Анатольевич, һәм шуға ла, йәмғиәткә файҙа килтерә торған берәй эшкә ҡатнашырға ҡушһаң, тәнҡитселәрҙең мыжыуы тиҙ генә баҫыла.
Тирә-яҡта барған үҙгәрештәрҙе объектив баһалаусы һәр кем район һәм ауылдың алға китешен күрмәй ҡалмай. Һәм улар ҡасаба сәскә атһын, ә унда йәшәүсе кешеләр рәхәт йәшәһен һәм эшләһен өсөн барыһын да эшләй.
Емешле хеҙмәте өсөн М. Тимасов III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены һәм республика Ҡоролтайы Почет грамотаһына лайыҡ булған, башҡа бик күп почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Михаил Анатольевичтың биографияһында иң төп ваҡиғаларҙың береһе булып 2015 йылда райондың “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеү яулауы тора, унда Раевка ауыл Советы иң яҡшы ауыл биләмәһе тип табылды. Шул уҡ йылда Михаил Анатольевич иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, “Йыл кешеләре” номинацияһында ла билдәләп үтелә.
“Фекерҙәштәрем командаһына, бөтә яҡташтарыма тыуған ауылыбыҙ – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ именлеге хаҡына хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бергәләп кәңәшләшеп эшләһәң генә ауыр эштәрҙе атҡарып сығырға була. Әммә мин бер ваҡытта ла үҙемә йөкмәтелгән мөһим бурыс - муниципалитеттың мәнфәғәте өсөн яуаплы икәнлегемде онотмайым”, - ти Тимасов.
Михаил Анатольевич эшһөйәрлеге һәм тырышлығы менән район етәкселеге араһында абруй ҡаҙанған. Әлшәйҙәр уны әҙәпле, намыҫлы кеше, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм сифатлы хәл итә белгән, төрлө яҡлап үҫешкән етәксе булараҡ белә.
Уның тормош девизы – көн һайын уҡырға һәм камиллашырға. “Раевка” совхоз-заводы директоры булып эшләгән йылдарҙа Михаил Анатольевич юғары белем ала – “Иҡтисад һәм аграр производствоға идара” белгеслеге буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Барлыҡ эшләнгән эштәр, ә улар аҙ түгел, - үҙе бер тарих. Алдағы көндәрҙә уның планы – биләмә халҡының тормошон тағы ла яҡшыртыу. Башлыҡтың ниәттәре амбициялы, әммә мин уларҙың үтәлеренә ышанам, сөнки ул эшләй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирергә тырышмай. Ниәтләгән уй-хыялдарының тормошҡа ашырына шигебеҙ юҡ.
Михаил Анатольевич яҡшы белгес, етәксе, татыу ғаилә башлығы булараҡ та үҙен танытты. Тормош иптәше Татьяна Владимировна менән 36 йыл бергә, өс һоҡланғыс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына оҙаттылар. Бөгөн улар - ҙур шатлыҡ һәм һөйөнөс биреүсе дүрт ейәненә өләсәй һәм олатай.
Алтын көҙҙөң һуңғы көндәрендә Михаил Анатольевич күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Яҙмыш уға барыһын да: төплө аҡыл, изге, шәфҡәтле йөрәк, туғандарының һәм яҡындарының һөйөүе, хеҙмәттәштәренең һәм ауылдаштарының хөрмәтен йомарт бүләк иткән.
Бөтә ҡотлауҙарға ҡушылып, беҙ ҙә юбилярға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ һәм кешеләргә кәрәкле булған көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ, Һеҙгә, Михаил Анатольевич!
Светлана ЖУКОВСКАЯ.