Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
17 Ноябрь 2020, 23:39

Ауылдарҙа бөгөн ҡаҙ өмәһе Аҡ мамыҡҡа донъя күмелгән…

Ошо көндәрҙә эшһөйәр, уңған Миңзәлә һәм Әхәт Юнысовтар ғаиләһҽ ҡаҙ өмәһҽ үткәрҙе, тип хәбәр итәләр Себенле ауыл биләмәһенән.

Өмәлә эш ҡыҙыу барҙы: ир-аттар тышта ҡаҙҙарҙы салып, баш-тәпәйҽн алып торһа, өйҙә ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы бҽшҽкләп, йөндәрҽн йолҡоп эшкәрттҽләр.
Ә ниндәй өмә уйын- көлкө,йыр -бҽйҽүһҽҙ барһын индҽ!? Хужабикә эш араһында гармунын ҡулына алыу менән, өмәсҽләр ҡушылып йырлап та ебәрҙе.
Дим һыуында сайҡатылған ҡаҙҙарҙы хужабикәгә тапшырғас, һыйлы табындан һуң был ҡунаҡсыл йортҡа имҽнлҽк, муллыҡ тҽләп, өмәсҽләр таралышты.
*Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул.
*Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар.
*Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй.

*Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотоналар. Эс-ҡарынынан аш бешерәләр йәки бәлеш һалалар. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйҙәр.
Читайте нас: