Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
16 Ноябрь 2020, 15:00

Ауыр юғалтыу

Һоҡланғыс кеше, республиканың атҡаҙанған табибы Ниғмәтуллина Айһылыу Шамил ҡыҙы арабыҙҙан китте.

Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуып үҫкән Айһылыу Шамил ҡыҙының хеҙмәт биографияһы беҙҙең Әлшәй районы менән бәйле. Башҡортостан дәүләт медицина институтының “Дауалау эше” белгеслеге буйынса белем алғандан һуң, бер йыл Өфө ҡалаһында табип-интерн булып эшләй һәм 1977 йылдан алып Раевка үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт һала. Тәүҙә хирург, һуңыраҡ офтальмолог, поликлиниканың баш табибы урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2007 йылдан Айһылыу Шамил ҡыҙы участка табип-терапевы була.

Юғары квалификациялы табип, грамоталы белгес, дауалау-профилактика, диагностика эшенә, үҙ участкаһында сифат күрһәткестәрен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә, даими ауыл табиплыҡ амбулаторияларына, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына барып, табиптарға һәм урта медицина хеҙәмәткәрҙәренә практик ярҙам күрһәтә.

Өлгөлө хеҙмәте өсөн А. Ш. Ниғмәтуллина “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһенә, район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһының почет грамоталарына лайыҡ булды. Быйыл уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде.

Айһылыу Шамил ҡыҙы хеҙмәттәштәренә һәм пациенттарына ҡарата иғтибарлы булды, беҙ уны компетентлылығы, баҫалҡылығы һәм ябайлығы өсөн хөрмәт итә инек. Ул иҫ киткес интеллигентлы, зыялы кеше, йәш медицина хеҙмәткәрҙәренең аҡыллы остазы булараҡ хәтеребеҙҙә ҡалыр. Уның арабыҙҙа юҡлығына, көн һайын яғымлы тауышын башҡаса ишетмәйәсәгебеҙгә ышанғы ла килмәй... Үҙ эшенең оҫтаһы булған Айһылыу Шамил ҡыҙы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Хеҙмәттәштәре.

Читайте нас: