Бөрө ҡалаһындағы ревизорҙар училищеһын тамамлағандан һуң 18 йәшлек ҡыҙҙы юллама буй ынса райпо магазинына һатыусы итеп ебәрәләр. Сибәр, тырыш ҡыҙ бер йылдан һуң яҙмышын эшһөйәр, оҫта ҡуллы, тракторсы егет Нәжип менән бәйләй.
Әкиәттәге кеүек, 42 йыллыҡ бәхетле ғаилә тормошоноң тылсымлы миҙгелдәре тиҙ үтеп киткән, улар өс бала - Илдус, Илдар, Айгөлгә матур тәрбиә бирәләр. Балалары лайыҡлы белем алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан, инде үҙҙәренең ғаиләләре бар.
Тормош шулай ҡоролған – берәүҙәр тыуа, икенселәре үҙҙәре тураһында яҡшы иҫтәлек ҡалдырып, был донъянан мәңгелеккә китә. Сибәрбикә Йәлил ҡыҙы ныҡлы терәк булып, үҙҙәре менән бергә йәшәгә ҡәйнәһе Мөбәрәкямал Ғабдрахман ҡыҙын, ҡайныһы Шакир Закир улын, шулай уҡ тормош иптәше Нәжипте рәхмәт һүҙҙәре менән генә иҫкә ала. Ул тап Мөбәрәкямал апайҙың кәңәше буйынса балаҫ һуға башлай. Был һөнәргә уны Фән ауылы оҫтаһы Әнисә апай Ниғмәтуллина өйрәтә. Һуңыраҡ Тәүәтәй ауылынан уларға күсеп килгән әсәһе Мәрхиә Ситдиҡ ҡыҙы Кәримова ла ярҙам итә, йөн иләй, иләнгән ептәрҙе буяй.
- Мин ауылда магазин ябылғас, бер нисә йыл фермала быҙау ҡараусы булып та эшләнем. Пенсияға сыҡҡас, буш ваҡытым күбәйҙе. Ә быйыл 65 йәшлек юбилейыма бәләкәй улым тегеү машинаһы, ҡыҙым туҡыу станогы бүләк итте, хәҙер балаҫтар һуғырға күршеләремде, ейәнсәрҙәремде лә өйрәтәсәкмен, - тип пландары менән уртаҡлаша Сибәрбикә Йәлил ҡыҙы.
Әйткәндәй, балаҫ һуғыу оҫталығына өйрәнеү теләге булғандар араһында ауылдашы Фәнүзә Тимербай ҡыҙы Йомағужина ла бар, ул да беҙ килгәндә хужабикә менән бергә табын хәстәрләшә ине.
Сибәрбикә Йәлил ҡыҙы юрғандар, йылыҡайҙар, милли биҙәктәр сигеп, алъяпҡыстар тегергә ярата, уларҙы ул сығыш яһау өсөн урындағы фольклор коллективына бүләк иткән, ул теккән мендәр тыштары ла күҙ яуын алып тора. Ҡалған туҡыма киҫәктәренән юрғандар һырый, бәләкәй балаҫтар һуға. Шулай уҡ Сибәрбикә Йәлил ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән ауылдаштарын, әхирәттәрен тәмле аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары, бал менән һыйларға ярата, әйткәндәй, уның хужалығында унлап умарта, шулай уҡ үгеҙҙәр, һыйыр, ҡош-ҡорт бар. Уңған хужабикә баҡсаһында шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп, уны Раевка шәкәр заводына эшкәртеүгә тапшырған. Кистәрен, буш ваҡыттарында тынғы белмәҫ, уңған ханым, йәштәрсә дәрт менән велосипедҡа ултырып, ауыл урамдарын да урап сыға. Бына шулай һәр яңы таңды шатланып ҡаршы ала һәм яңы эшкә тотона ул.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.