Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
19 Октябрь 2020, 14:00

Әсәлек хеҙмәтен баһалап

Республика көнөнә бағышланған тантаналы сарала районда йәшәүсе биш бала тәрбиәләгән күп балалы әсәйҙәр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Был наградаға Уваровка ауылынан Гөлназ Дергунова, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Ләйсән Нуртдинова һәм Бугульминка ауылынан Анна Вәлиуллиналар лайыҡ булды.

Гөлназ Рифғәт ҡыҙының өлкән балалары – ҡыҙы Регина һәм улы Артур – хәҙер инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡандар, эшләп йөрөйҙәр. Аэлита һәм Карина лицейҙа башланғыс синыфта уҡыйҙар, кеселәре Лиана әсәһе менән өйҙә тора.

Йәш әсә Ләйсән Рафаил ҡыҙы тормош иптәше менән дүрт малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Самат, Айрат һәм Радмир лицейҙа белем ала, Линар һәм бәләкәстәре өс йәшлек Далила район үҙәгендәге балалар баҡсаһына бик теләп йөрөй.

Анна Витальевнаның ғаиләһендә лә шулай уҡ дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫә. Оло улдары Руслан туғыҙынсы синыфтан һуң Өфө ҡалаһындағы колледжға уҡырға инә, Алина һәм Тимур – мәктәп уҡыусылары, бәләкәйҙәре Эдуард менән Артемға өйҙә лә бик күңелле.

-Иң оло бәхетебеҙ – балаларыбыҙ, ә иң ҙур хыялыбыҙ – уларҙың яҡшы кеше булып үҫеүҙәре, - тип бер тауыштан яуап бирә һоҡланғыс балалар тәрбиәләүсе әсәйҙәр.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: