Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
19 Октябрь 2020, 16:00

Һандуғастар йырын тыңлап үҫтек, йырламайса түҙмәй был йөрәк...

Октябрь уртаһында бөтә донъяла үҙенсәлекле дата – Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнде. Был байрам тап беҙҙең бөгөнгө мәҡәлә геройы – һоҡланғыс хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм күп балалы әсә, өләсәй, тырыш эшсән һәм ижади күңелле ханым – Красный Клин ауылынан Гөлшат Фәнил ҡыҙы Ниғмәтуллина кеүек гүзәл заттарҙың байрамы ул.

Был байрам беҙҙә әллә ни киң таралмаһа ла, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары уның тураһында белә, ниндәй йәштә булыуҙары, ҡайҙа эшләүҙәре һәм шөғөлдәренә ҡарамай, бер-береһен ҡотлайҙар, мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр аша шаян шиғырҙар, открыткалар һәм теләктәрен еткерәләр.

Был дата тәүге тапҡыр 2008 йылда билдәләнә. Уны булдырыу идеяһы 1995 йылда Пекинда уҙған ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында тыуа, әммә ул ун ике йыл үткәс, кенә рәсми рәүештә раҫланып, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хеҙмәтенә иғтибар итеү һәм уларҙың ҡаҙаныштарын лайыҡлы баһалау маҡсаты ҡуйыла.

Был байрам, минеңсә, тап беҙҙең бөгөнгө мәҡәлә геройы – һоҡланғыс хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм күп балалы әсә, өләсәй, тырыш эшсән һәм ижади күңелле ханым – Красный Клин ауылынан Гөлшат Фәнил ҡыҙы Ниғмәтуллина кеүек гүзәл заттарҙың байрамы ул.

Ул Үзбәкстанда тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Ташкенттағы ер тетрәүҙән һуң бөтә халыҡ төҙөлөшөнә ебәрелгән була, йәштәр ошонда осрашып өйләнешә. Гөлшаттың, ағаһының һәм һеңлеһенең бала сағы ошонда үтә. 90-сы йылдарҙағы көсөргәнешле ваҡиғалар башланғас, уларҙың ғаиләһе лә, бик күптәр кеүек, республикаға ҡайта. Үрәҙмәт ауылында төпләнәләр, Гөлшат әле ул ваҡытта үҫмер ҡыҙ ғына була. Егерме йәшендә шәп егет, ауылдашы Маратҡа кейәүгә сыға. Бер-бер артлы өс улдары һәм бер ҡыҙҙары донъяға килә. Йәштәр икеһе лә “Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй, Гөлшат – фермала быҙау ҡараусы, ә Марат – механизатор була.

- Ауылда мәктәп ябылғас, балаларҙы Первомайский ауылы мәктәбенә уҡырға бирҙек. Уларҙы иртән иртүк мәктәпкә оҙатырға кәрәк, ә мин бер нисек тә ферманан эштән ҡайтып өлгөрә алмай инем, шуға күрә Красный Клинға күстек, - тип хәтерләй Гөлшат Фәнил ҡыҙы.

Оҙаҡламай үҙе лә Красный Клин мәктәбенә йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша һәм бер үк ваҡытта ире менән ауыл халҡынан һөт йыйыу эшенә тотона. Заводҡа улар көнөнә тонна ярым һөт тапшыра, продукцияны Тавричанка, Константиновка, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Зеленый Клин ауылдарынан да йыялар. Һөт тапшырыусылар күбәйгәс, уға йыйыштырыусы эшен ташларға тура килә.

Бөгөн 42 йәшлек Гөлшат Фәнил ҡыҙы ике ейәне – Айнур һәм Мәҙинәгә хәстәрлекле өләсәй. Оло улдары Айҙар - иретеп йәбештереүсе, Алыҫ Себерҙә эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Айгөлгә оҙаҡламай егерме йәш тула, ул да Себерҙә ашнаҡсы булып эшләй, нефть университетында ситтән тороп белем ала. Динислам армия сафында,Ҡырымда хеҙмәт итә. Ә иң кеселәре Данир, мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжына уҡырға ингән.

Өлкән улдары әлегә ғаиләһе менән ата-әсәләре янында йәшәй.

- Киленем Лиана клуб мөдире булып эшләй, шуға күрә уны хуплап үҙем дә төрлө сараларҙа ҡатнаша, йырлай башланым, - ти Гөлшат Фәнил ҡыҙы. Күптән түгел генә ул “Һәләт” фестиваль-конкурсында ҡатнашыу өсөн “Тыуған ауылым урамы” тигән ретро-йыр яҙҙырып, клип төшөргән. Был ваҡиға «Туған тел» каналы мөхәрриренең социаль селтәрҙәрҙә Гөлшаттың йырлап төшкән видеоларын күргәндән һуң була.

Гөлшат бала сағынан йыр-моңға ғашиҡ булып, Фәриҙә Ҡудашева, Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Авзалованың пластинкаларын тыңлап үҫә. Үзбәкстанда торғанда ла ата-әсәләре Башҡортостандан яҡташтары менән бер ғаилә кеүек йәшәгән, йыш ҡына бер береһенә ҡунаҡҡа йөрөшкәндәр. Был осрашыуҙар бер ваҡытта ла тыуған яҡҡа арналған моңло йырҙарҙан башҡа уҙмай.

- Йәш сағымда сәхнәгә сығырға уйламай ҙа инем, бик оялсан булдым, Клара Ярулла ҡыҙы Туҡаева мине беренсе тапҡыр йырларға сығырға мәжбүр итте тиһәң дә була. Бер аҙ «Сөйөмбикә» фольклор ансамбленә лә йөрөнөм. Һуңынан инде ғаилә мәшәҡәттәре артты, сығыштарға ваҡыт та ҡалманы. Хәҙер инде балаларым үҫте, үҙҙәре минең йырлауымды һорай, - ти Гөлшат Фәнил ҡыҙы.

Һандуғастар йырын тыңлап үҫкән матурлыҡҡа ғашиҡ ханым сәскәләр үҫтерергә лә ярата, улар менән баҡсаһын һәм йорт алдын биҙәй, сәскәләре өсөн бетон иҙмәһенән сүлмәктәр яһай. Өҫтәүенә күпләп мал һәм ҡош-ҡорт та аҫрайҙар. Бына шулай бар эшкә лә өлгөрә Гөлшат, сөнки ул - бөйөк әҙиптәр данлаған ысын ауыл ҡатын-ҡыҙы бит!

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: