Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
13 Октябрь 2020, 13:25

Яҡташтарыбыҙ дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

Ғалим, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде. Рәшит Закир улы үҙенең китаптарында Башҡортостан тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ матурлығына дан йырлай. Уның шиғырҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, төрөк, сыуаш, болгар, немец телдәренә тәржемә ителгән. Рәшит Шәкүрҙең ижады һәм ғилми эшмәкәрлеге башҡорт халҡына һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә менән ғорурланыу тойғолары менән һуғарылған. Ул - БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Башҡортостан гимны авторҙарының береһе.

Яҡташыбыҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пчелинцев та Григорий Аксаков ордены кавалеры булды. Ул яңы Башҡортостандың хоҡуҡи нигеҙе үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Дәүләт хеҙмәтенең төрлө вазифаларында эшләп, республика парламенты депутаты булараҡ, Виктор Александрович үҙенең белем һәм тәжрибәһен Башҡортостан халҡының мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтә. Оҙаҡ йылдар республиканың атҡаҙанған юрисы “Башҡортостан рустары соборы” активистарын берләштереп, йәмәғәтселәрҙең лидеры булды.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Фото:ravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=50069

Читайте нас: