Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
14 Сентябрь 2020, 13:00

Бөтә ғүмере – хеҙмәт батырлығы

“Заря” йәмғиәте рәйесе Наил Мәсғүт улы Әминев күп тапҡыр гәзитебеҙҙә баҫылған мәҡәләләр геройы булды. Уның исеме һәм ауыл хужалығындағы иҫ киткес ҙур ҡаҙаныштары әлшәйҙәргә билдәле.

Рәсәй һәр ваҡыт ауылға таянды, ауыл менән көслө булды, сөнки бында тир түгеп эшләй беләләр. Кеше ни тиклем күберәк эшләһә, тыуған төйәге шул тиклем ҡәҙерлегә әйләнә, ул унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай, үҙе лә таланты, эшһөйәрлеге, эш-ғәмәлдәре менән тыуған еренә бик кәрәк.

“Заря” йәмғиәте рәйесе Наил Мәсғүт улы Әминев күп тапҡыр гәзитебеҙҙә баҫылған мәҡәләләр геройы булды. Уның исеме һәм ауыл хужалығындағы иҫ киткес ҙур ҡаҙаныштары әлшәйҙәргә билдәле. Ул етәкселек иткән хужалыҡ элекке замандарҙа ла, хәҙер ҙә алдынғылар иҫәбендә.

Әминевтың хеҙмәт биографияһы ла, шәхси тормошо ла Әбдрәшит ауылына тығыҙ бәйле. Шунда тыуып-үҫкән, мәктәп тамамлаған, хеҙмәт юлын башлаған, ошонда уҡ коллективҡа етәкселек итеүҙең тәүге күнекмәләрен алған. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 45 йылдан артыҡ тәшкил итә, шуларҙың 34 йылын Наил Мәсғүт улы рәйес булып (әле директор) эшләй.

Бөгөн “Заря” йәмғиәте барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла районда алдынғы урынды биләй. Сәсеү майҙаны – 5045 гектар, шул иҫәптән 3100 гектары – бөртөклө культуралар. Иген культураларының тулайым йыйымы – 62560 центнер, уңышлылыҡ гектарынан 20,2 центнер. 10350 центнер һөт етештерелгән, 9645 центнер һөт һатылған.

Баҫыуҙар һәм фермалар продукцияһы булғанда, ҙур һорау менән файҙаланған тауар булғанда иҡтисади һөҙөмтәләр тураһында ла һөйләргә мөмкин. Һандар – предприятиеның уңышлылығы күрһәткесе. Тик улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәйестең эш көндәренең көсөргәнешле булыуын сағылдырмай.

Һәр етәксе, үҙ эшмәкәрлеген башлағанда, беренсе сиратта, кадрҙарҙы һайлап алыуға һәм урынлаштырыуға иғтибар итә. Ә Әминев кешеләрҙе яҡшы белә, сөнки ул ошо ерҙә тыуып-үҫкән.

Кадрҙарға һаҡсыл мөнәсәбәт хужалыҡта бар нәмәлә лә һиҙелә. Директор хеҙмәткәрҙәрен байрам йәки юбилейҙары менән ҡотларға онотмай, ҡиммәтле бүләктәр тапшыра. Был эшселәргә лә, производство ветерандарына ла ҡағыла.

Көс-дәрте ташып торған, компетентлы Наил Мәсғүт улы һәр ваҡыт производство эштәре уртаһында ҡайнай. Ә етәкселек итеү тәжрибәһе һәм ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итеүе шунда уҡ уның яуаплы хужа икәнлеген күрһәтә.

Абсолют лидер, талантлы ойоштороусы, нескә психолог. Ул үҙе лә янып эшләй, башҡаларҙы ла дәртләндерә белә. Өҫтәүенә һәр нәмәгә аҡыллы ҡараш, заман талаптарын бик тиҙ һиҙә, ә иң мөһиме – белем һәм культура дәрәжәһенә ҡарамай, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү. Кешеләрҙе тыңлай, килешеү юлдарын таба, кәңәштәрен ишетә белеү – ауыл хужалығы предприятиеһының емешле эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереүҙең күп нәмә вәғәҙә итеүсе нигеҙе ул. “Кеше хеҙмәте һәм саф намыҫы менән билдәләнә”, - ти ул.

Ә бына Наил Мәсғүт улы менән көн һайын иңгә-иң терәшеп эшләгән кешеләрҙең фекере – принципиаль, талапсан етәксе, өҫтәүенә хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, үҙенә ҡарата ла. Ул һәр ваҡыт проблемалар булған, ярҙам талап ителгән ерҙә.

Ни өсөн уны күптәр новатор тип иҫәпләй? Инновацион эшкәртмәләре, хужалыҡ итеүҙең алдынғы формаларын ул шунда уҡ үҙҙәренең эшендә индерә. Ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙан килгән килемдәр хужалыҡтың механик паркын киңәйтеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, 2019 йылда машина-трактор паркы яңыртылған, 13707 мең һумға техника, шул иҫәптән ике “Беларусь” тракторы һатып алынған. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында - 16 млн һумдан артыҡ суммаға, шул иҫәптән 11 млн һумға - иген урып-йыйыу комбайны. Хатта ауыр замандарҙа ла Әминев етәкселек иткән “Заря” йәмғиәте үҙенең эшкә һәләтлелеген раҫланы һәм бөгөн нисек эшләү, иртәгәһе көнгә нисек юл һалыу өлгөһө булды.

Әбдрәшиттәр йәнәшәлә үҙ заманының ысын геройы, тормошоноң мәғәнәһе башҡаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн эшләү булған кеше йәшәүе һәм хеҙмәт һалыуы менән ғорурлана. Наил Мәсғүт улының тормош девизы – үҙеңә, кешеләргә, иртәгәһе көнгә ышанырға. Ул, эшһөйөүсәнлек һәм кеше абруйы өлгөһө булараҡ, конкрет эш өсөн йәшәй.

Ергә һөйөү, тыуған төйәгенә, унда йәшәүсе кешеләргә, шулай уҡ үҙенең бурысына тоғролоҡ – юбилярҙың ошо сифаттары ла хөрмәткә лайыҡ. Уның кеүектәр тураһында “Ер яҙмышы уның ҡулында”, тиҙәр. Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм уға ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ, әҙәплелек – ошо сифаттары менән Әминев коллегалары, район һәм республика етәкселәре араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Уның барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге – асыҡ китап кеүек. Ул кәңәш йәки ярҙамға мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Тап ауылдаштары һорауҙары һәм проблемалары, ҡайғы-шатлыҡтары менән мөрәжәғәт итә. Ә Наил Мәсғүт улы, киң күңелле, ярҙамсыл, шәфҡәтле йөрәкле кеше булараҡ, бер кемде лә кире бороп сығармай.

Наил Мәсғүт улының хеҙмәте юғары баһаланды. Ул РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре”, “Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре” исемдәре бирелде. Ошо көндәрҙә 65 йәшен байрам итеүсе юбиляр Башҡортостандың юғары наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Ул шулай уҡ бик күп башҡа грамоталар, рәхмәт хаттары, дипломдар менән бүләкләнде, Әлшәй районының почетлы шәхесе һәм хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булды.

Наил Мәсғүт улы тағын да мауығыусан кеше. Фотоға төшөрөү, йәшелсә-емеш баҡсаһы, һунар итеү һәм сәйәхәткә барыу уға яңы көс-ҡеүәт өҫтәй, йәненә ял бирә. Эшенән ситтә ул – ябай ауыл кешеһе, үҙенең көнкүреш мәшәҡәттәре, шатлыҡтары менән йәшәй. Өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай. Тормош иптәше Әлфиә Үзбәк ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, хәҙер улар ата-әсәһен үҙҙәренең һөнәри уңыштары менән шатландыра, яндарына йыш ҡайтып тора. Ейәндәре лә олаталарын бик ярата, сөнки һәр ваҡыт уға таянырға һәм үрнәк алырға була, уның эргәләрендә булыуы ғына ла яҡындарына ышаныс, тыныслыҡ һәм күңел йылылығы бирә.

Юбилярға хәстәрлек, хөрмәт һәм һөйөү тулы оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Ваҡыт уның төп “байлығы”н - сәләмәтлеген, бөтмәҫ-төкәнмәҫ оптимизмын һаҡлаһын һәм арттырһын.

Читайте нас: