Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
26 Август 2020, 19:30

Татыу ғаилә – ил күрке

Тормош мәшәҡәттәрен еңеп сығып, бер-береһенә терәк булып, ғаилә усағын һүндермәй, быуындар сылбырын лайыҡлы дауам итеп, ярты быуаттан ашыу ғүмер кисергән Фәниә һәм Ингел Шараповтарҙың татыу ғаиләһе тураһында бөгөн һүҙем.

Ингел Биктимер улы 1940 йылда Балғажы ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Ауыл мәктәбендә 7-се класты тамамлағандан һуң Салауат ҡалаһының төҙөлөш училищеһына уҡырға инә. 1961 йылда армия сафына алына. Польшала өс йыл ярым хеҙмәт итә. Артабан алыҫ Читаға китә һәм унда ике йыл эшләй. Бында төҙөлөш киң ҡолас алған була, күпләп йорттар һалалар. Хатта бер урамға Башҡорт исемен ҡушалар.

Әммә тыуған яҡтар барыбер үҙенә тарта һәм 1966 йылда Ингел ағай Балғажыға ҡайта, тырыш, төҙөлөш эштәрен яҡшы белгән егет бер йыл эсендә йорт та һалып ҡуя. Бер ваҡыт уны Каменка ауылына йорт төҙөшөргә саҡыралар, шунда осрата ла инде ул ғүмерлек тормош юлдашы Фәниәне. Ҡыҙға ул ваҡытта ни бары 16 йәш була. 1967 йылда йәштәр өйләнешә. Төҙөлөш эштәренән тыш, Ингел ағай колхозда хисапсы ла була. Тиҙҙән ул Раевкала тракторсылар курсын тамамлай һәм егерме биш йыл тракторҙа эшләй. Балғажы ауылында яңы мәктәп төҙөлгәс, кочегар булып эшләй.

Фәниә Әбүләис ҡыҙы Миәкә районында тыуып үҫкән, һуңыраҡ уларҙың ғаиләһе Каменка ауылына күсеп килгән. Ғаиләләрендә алты бала үҫә, Фәниә иң өлкәне була. Бала сағы еңелдән булмай ҡыҙҙың. Әсәләре йәшләй генә өҙлөгөп аяҡһыҙ ҡала һәм алты ай дауаханала ята. Бер йәшлек һеңлеһе Рәйләне ҡарау Фәниәнең елкәһенә төшә. “Шулай итеп, миндә уҡыу ҡайғыһы булманы, ул йылдарҙы иҫкә төшөрөүе лә ауыр, - ти күҙ йәштәре менән Фәниә еңгә. - Килен булып төшкәс тә сөгөлдөр бүлеп бирҙеләр. Һуған, һуған орлоғо утау, һарыҡ йөнө алыу, ҡыҫҡаһы, бер көн дә ҡалдырмай эшләнек. Ул ваҡытта колхозда 6 мең баш һарыҡ ине. Балаларҙы Маһира, Сафура әбейҙәргә ҡарарға ҡалдыра инек”.

Ингел ағай менән Фәниә апай 53 йыл бергә күптәргә үрнәк булырлыҡ тормош юлы үтә. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, яҡшы белем бирәләр. Уларҙың йәшлеге ауыр замандарға тура килһә лә, бирешмәнеләр, сәмләнеп, дәртләнеп, мөхәббәтле тормош кисерҙеләр.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар һаман да ауылда гөрләтеп донъя көтә, мал, ҡош-ҡорт аҫрай, ә баҡсаларында нимә генә юҡ! Балалары ла һәр ваҡыт ярҙам итеп тора.

Күптән түгел Ингел ағай 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Был бәхетле парға алдағы көндәрҙә лә ҡулға-ҡул тотоноп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхетен күреп, шатлыҡлы миҙгелдәр генә кисереп тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Иң мөһиме – һаулыҡ ҡына һынатмаһын!

Гөлшат ШАРАПОВА.

Балғажы ауылы.

Читайте нас: