Элек-электән башҡорттарҙың айыртылған һөттән яһалған ризыҡтары киң таралған була. Ә уларҙы әҙерләү серҙәре быуындан-быуынға тапшырылып килә. Элек-электән башҡорттарҙың айыртылған һөттән яһалған ризыҡтары киң таралған була. Ә уларҙы әҙерләү серҙәре быуындан-быуынға тапшырылып килә. Ҡорот - шул боронғо милли аш-һыуҙың береһе.
Ҡорот әҙерләү - бик нескә һәм ҙур тырышлыҡ талап иткән эш. Уның өсөн башта айыртылған һөттө ҡайнатып, һыуынғас ойотҡо һалып әсе ҡатыҡ яһайҙар. Шунан ҡатыҡты ҡайнатып сығарып талғын утта бешерәләр. Был эш бер нисә көнгә һуҙыла. Тик етеҙ, бөхтә һәм тырыш хужабикәләр генә ысын-ысынлап тәмле һәм файҙалы ҡорот яһай ала. Шуға ла төрлө төбәктәрҙә һәр оҫтаның үҙенең уны әҙерләү серҙәре булыуы ғәжәп түгел.
Тәмле продукт ғәжәйеп үҙенсәлектәргә лә эйә, өҫтәүенә, ул үҙе генә түгел, эремсек һыуы ла файҙалы. Бәлки, нәҡ бына шуға күрә ҡорот бөгөн дә беҙҙең байлығыбыҙ һәм милли ғорурлығыбыҙ булып ҡалаҙыр ҙа, ә хәҙерге йәштәр уға бағышлап хатта йырҙар ҙа яҙа.
«Был нимә, ҡаймаҡмы? Юҡ, был бит ҡорот…», - ошо билдәле йырҙы йырлай-йырлай Һарыш ауылынан Илизә Нәғимова ла боронғо милли ризыҡты әҙерләй.
Ҡорот әҙерләү - бик нескә һәм ҙур тырышлыҡ талап иткән эш. Уның өсөн башта айыртылған һөттө ҡайнатып, һыуынғас ойотҡо һалып әсе ҡатыҡ яһайҙар. Шунан ҡатыҡты ҡайнатып сығарып талғын утта бешерәләр. Был эш бер нисә көнгә һуҙыла. Тик етеҙ, бөхтә һәм тырыш хужабикәләр генә ысын-ысынлап тәмле һәм файҙалы ҡорт яһай ала. Шуға ла төрлө төбәктәрҙә һәр оҫтаның үҙенең уны әҙерләү серҙәре булыуы ғәжәп түгел.