Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
7 Август 2020, 13:00

М. М. Ғәзизулин

Һоҡланғыс кеше, талантлы педагог, оҫта етәксе Ғәзизуллин Марат Мотиғулла улы 86-сы йәшендә вафат булды.

М. М. Ғәзизуллин 1935 йылдың 20 декабрендә Әлшәй районы Хәнйәр ауылында тыуған. 1963 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда Хәнйәр ете йыллыҡ мәктәбенең математика уҡытыусыһы булып башлай. 1966 йылда уны КПСС-тың Әлшәй район комитеты сәйәси мәғариф кабинеты мөдире итеп ҡабул итәләр. 1970 йылда йәш өмөтлө педагогты Әлшәй районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ул туғыҙ йыл дауамында башҡара. 1979 йылдан алып Әлшәй районы 1-се урта мәктәбе директоры булып эшләй, 1981 йылдан Яңауыл һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика фәнен уҡыта. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1984 йылдан 1989 йылға тиклем 35-се һөнәрселек училищеһында башланғыс хәрби әҙерлек етәксеһе була.

Марат Мотиғулла улы юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә, талантлы ойоштороусы, йәш уҡытыусыларҙың аҡыллы остазы булараҡ хәтерҙә ҡалды. Изге күңелле ине, һәр ваҡыт һәр кемгә ысын күңеленән ярҙам итте.

М. М. Ғәзизуллинға етәксе кешеләрҙә була торған иң яҡшы – заманса ҡараш, талапсанлыҡ, энергиялылыҡ, педагогик коллективтың бар тырышлығын уҡытыу-тәрбиәләү мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтә белеү кеүек сифаттар хас ине. Һәр башлаған эшен аҙағынаса еткерҙе, хеҙмәттәштәрен үҙ өлгөһөндә, педагогтың һәр эшен ижадҡа әйләндереп, мауыҡтыра белде. Ярҙамсыл, ғәҙел, аҡыллы кеше ине.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы, һоҡланғыс шәхес Ғәзизуллин Марат Мотиғулла улы тураһында яҡты иҫтәлек йәрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, З. Ә. Чупова, З. З. Әхмәтов, Ф. Ғ. Хәйбрахманов.
Читайте нас: