Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
18 Июль 2020, 13:00

Һин минең ғүмерлек юлдашым, яратып һайлаған моңдашым

Социаль-мәҙәни үҙәктә алтын юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙарын ҡотланылар.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғаилә йылында (2008 йыл) 8 июлдә Рәсәйҙә һоҡланғыс байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө барлыҡҡа килде.

Быйылғы тантана ла, унда өс алтын ғаилә парын тәбрикләнеләр, ошо көндө уҙҙы. Вера Ивановна һәм Николай Васильевич Демешовтар ярты быуат элек татыу ғаилә ҡора. Йәш, сибәр ҡыҙҙың йөрәген шаян баянсы егет яулай. Ҡыҙ уны шунан һуң онота алмай. Тиҙҙән улар өйләнешә. Шул ваҡыттан алып уларҙың ғаилә тормошо йылъяҙмаһы башлана. Вера Ивановна мәҙәниәт бүлегендә бухгалтер булып хеҙмәт һалып хаҡлы ялға сыға. Николай Александрович агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе була. Икеһен лә коллективтарында хөрмәт итәләр. Сағыу ваҡиғаларға бай, онотолмаҫлыҡ көндәр артта ҡалған. Улдары һәм ҡыҙҙары үҫеп етеп, ғаилә ҡорған, ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландырғандар. Илле йыл элек Демешовтар ҡорған татыу ғаилә балалары, ейәндәре өсөн, элеккесә, ныҡлы терәк булып тора.

Торонтайыш ауылынан Рәйнә Илһам ҡыҙы һәм Зөфәр Вәли улы Хәбибуллиндар ҙа алтын юбилейҙарын билдәләп үткән. Икеһе лә тыуған ерҙә ең һыҙғанып эшләй. Зөфәр Вәли улы оҙаҡ йылдар механик-инженер һәм сусҡасылыҡ комплексы етәксеһе булып хеҙмәт һала. Рәйнә Илһам ҡыҙы ауыл Советында баш бухгалтер була. Ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөн һигеҙ ейәненең уңыштарына шатланып йәшәйҙәр.

Наталья һәм Владимир Аввакумволар 70-се йылдарҙа татыу ғаилә ҡора. Туйҙан һуң уларҙы һынау көтә, Владимирҙы армия сафына алалар. Ҡатыны бәләкәй улы менән уны ике йыл көтөп ала. Артабан ғаиләлә ике ҡыҙ донъяға килә. Ҡыҙҙары Мария әсәһе юлын һайлаған, 4-се балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып эшләй.

Владимир Степанович ғүмере буйы “Дим” тимер юл депоһында электровоз машинисы булып намыҫлы эшләй, коммунистик хеҙмәт алдынғыһы була. Наталья Васильевна (уны уҡыусылар ярата, коллегалары хөрмәт итә) Раевка 4-се урта мәктәбендә немец телен уҡыта. Тырыш хеҙмәте өсөн район хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы грамоталары менән бүләкләнә, уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән почетлы исем бирелә. Оләсәй менән олатай ике ейәнен һәм ике ейәнсәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә. Өлкәндәре Мәскәү ҡалаһында РФ Президенты ҡаршыһындағы дәүләт хеҙмәте академияһында юғары белем ала, бәләкәй ейәндәре лә мәктәптәге уңыштары менән шатландыра.

Был көндө юбилярҙарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, ЗАГС бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Флизә Ғабдрахманова ихлас ҡотланы. Социаль-мәҙәни үҙәк артистары концерт номерҙары менән шатландырҙы.

Көслө алҡыштар аҫтында Демешовтарға йәмәғәт наградаһы – “Мәхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. Миҙалдың бер яғында – ғаилә һәм никахты яҡлаусы изге Петр һәм Февронияның йөҙө, икенсе яғында – баҫыу ромашкаһы һүрәтләнгән, ул элек-электән Рәсәйҙә мәхәббәт һәм наҙ билдәһе итеп һаналған. Уның аҡ таждары, әйтерһең дә, ныҡлы ғаилә, ул - таҙалыҡты, уртаһындағы һары төҫ өй усағын кәүҙәләндерә. Аввакумовтар һәм Хәбибуллиндар ғаиләләренә лә Республика Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Был көндө шулай уҡ йәш ғаилә пары, “Йыл ғаиләһе” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы Гүзәл һәм Рушан Талиповтарҙы ла ҡотланылар.

Ҡулдарына ромашка гөлләмәһе тотҡан, йөҙҙәрендә һөйөү нуры балҡыған ғаилә парҙары байрам залынан сыҡты. Улар артабан да тормош юлынан бергә атлаһын, ғаилә усағын һүндермәһен, яҡындарын хәстәрлек менән солғап алһын.

Читайте нас: