Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһы тапшырыу буйынса конкурс үтте. Республика Йәмәғәт палатаһында билдәләп үтеүҙәренсә, лайыҡлылар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу бик ауыр була: 20 кеше урынына комиссия 27 кешене күрһәтә. Еңеүселәр араһында беҙҙең райондан да дүрт атай бар. Уларҙың береһе – Зеленый Клин ауыл Советы хакимиәте башлығы – Тәбрис Ғәйнуллин.
Ул алты бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәйҙәре йәшләй генә яҡты донъяларҙан китә. Атаһы яңынан бик яҡшы һәм изге күңелле, бөтә һөйөүен һәм хәстәрлеген балаларға арнаған ҡатынға өйләнә. Тәбрис бәләкәйҙән шаян, зирәк малай була, мәктәптә уға айырыуса теүәл фәндәр еңел бирелә. Раевка 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, егет Башҡорт дәүләт университетына юллана, уҡытыусылары уның мотлаҡ физика-математика факультетына уҡырға инеүенә ышана. Ә ул, бөтәһен дә аптыратып, филология факультетын һайлай. Математика уҡытыусыһы бының өсөн хатта Тәбрискә үпкәләп тә йөрөй. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Тәбрис районға ҡайта. Хеҙмәт юлын Балғажы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Был ваҡытта ул тыуған ауылы Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа 9-сы синыфҡа тиклем бергә уҡыған класташ ҡыҙы Розаға өйләнгән була. Ғаиләлә бер-бер артлы ике улдары донъяға килә. Йәштәрҙең тормошо уңышлы ғына бара. Тиҙҙән ғаилә башлығын Балғажынан Зеленый Клин мәктәбенә күсерәләр. Әммә көтмәгәндә ғаиләгә бәлә килә – тормош иптәше йәшләй генә вафат була.
Шулай ҙа яҙмыш Тәбрис Ғәлимулла улына мәрхәмәтле була, бер нисә йылдан һуң ул тағы ла бер тапҡыр бәхетле ғаилә ҡора. Әйтәләр бит, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тип: ул да Роза исемле була. Икеһе лә икешәр бала тәрбиәләй. Балалар мәктәптә бер-береһен белгәнгә күрә, тиҙ дуҫлашып китәләр. Оҙаҡламай бишенсе сабыйҙары – уртаҡ ҡыҙҙары Эльза донъяға килә.
Бөгөн улдары үҫеп етеп, тыуған ояларынан ситкә сығып киткән. Олоһо Азамат Өфө нефть университетын тамамлаған һәм Мәскәүҙә ҙур фирмала баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Ғаиләһе менән шунда йәшәй. Әйткәндәй, ул да күп балалы атай, дүрт бала тәрбиәләй. Тәбрис Ғәлимулла улының математикаға һәләте тап оло улында нығыраҡ асылған. Бәләкәйҙән “фәндәр батшаһын” яратҡан Азаматты уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаһында математика буйынса еңеү яулағандан һуң, техник университет студенты итеп алдан уҡ яҙып ҡуялар. Уртансы улдары Айсыуаҡ педагогия колледжын тамамлай, шулай уҡ Мәскәүҙә эшләй, әммә алған белгеслеге буйынса түгел, ә төҙөлөш фирмаһында. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Кесе улдары Илнар – водитель-вахтовик, Алыҫ Төньяҡта эшләй, ул да ағаларынан ҡалышмай, өс бала атаһы. Ҡыҙҙары Эльвина Салауат педагогия колледжын тамамлаған, Зеленый Клинда китапханасы булып эшләй, бер малай тәрбиәләй. Ә кеселәре Эльза әлегә мәктәптә уҡый, дүртенсе синыфты тамамлаған.
Тәбрис Ғәлимулла улы үҙен был тормошта әллә ниндәй батырлыҡ ҡылған кеше тип һанамай. Нисек булдыра алған, шулай йәшәгән һәм балалар тәрбиәләгән. Ауыл кешеһе булараҡ, уларҙы бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтергән. Үҙе әйтеүенсә, тормоштағы уңыштар мәктәп эскәмйәһенән башлана. Ололарҙы ололарға, кеселәрҙе ҡыйырһытмаҫҡа, мохтаждарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәткән. Наградаға килгәндә иһә, Тәбрис Ғәлимулла улын хәҙерге заманда бик етди проблемаға иғтибар итеп, атайлыҡ ролен тергеҙеүҙәре бик ҡыуандыра.
- Башҡорттарҙа шундай мәҡәл бар: “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән”. Был әйтем ғаиләлә һәр кемдең үҙ роле булыуы тураһында һөйләй. Атай – ул ғаилә башлығы, бәләкәй генә йәмғиәттең үҙ ҡанундарын булдырыусы. Уның өлгөһөндә балалар ғаиләне яратырға, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә һәм шуның һөҙөмтәһендә, Тыуған илен яҡларға һәм һаҡларға өйрәнә. Атайлыҡ ҡаһарманлығы, атайлыҡ даны, моғайын, шунда сағылаҙыр, - ти Тәбрис Ғәлимулла улы.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.