Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
7 Июль 2020, 19:00

Тыуған ергә һәм кешеләргә хөрмәт менән

Рөстәм Солтангәрәй улы Кираев – 190-дан ашыу ғилми һәм уҡыу-методик әсбаптар, 30 китап һәм белешмә авторы.

Кеше тормошонда уның һөнәри ҡаҙаныштарын ғына түгел, ғүмеренең иң мөһим миҙгелдәрен билдәләүсе ваҡиғалар була. Миңә ҡалһа, был шәхес менән таныштырып тороу кәрәкмәй. Уның бөтә ғүмере кешеләрҙең күҙ алдында, халыҡ араһында үткән.

Кираев Рөстәм Солтангәрәй улы 1960 йылда Дыуан ауылында Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы һәм Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы ғаиләһендә тыуа. Оҙаҡламай уларҙың ғаиләһе Әлшәй районына күсеп килә.

1977 йылда Рөстәм урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Башҡорт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Рөстәм Солтангәрәй улы хеҙмәт юлын “Завет Ленина” колхозында агроном булып башлай, ә институтты тамамлағандан һуң тыуған районына “Яңы Раевка” совхозына баш агроном итеп тәғәйенләнә.

- Миңә уҡыуы бик оҡшай ине, - ти ул. Атайым һәр ваҡыт әйтә килде: гел алға табан барырға кәрәк. Даими уҡымай тороп, алға барыу мөмкин түгел.

Рөстәм белем алыуын К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү Ауыл хужалығы институты аспирантураһында дауам итә һәм 1987 йылда ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғалимлыҡ дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлап сыға. 1992 йылда доцент исеме ала, артабан ауыл хужалығы фәндәре докторы һәм профессоры булып китә.

Эшенә һөнәри ҡарашы, әүҙем тормош позицияһы, хеҙмәттәштәренә яҡшы мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә ул ҙур абруй ҡаҙана. Уның менән эшләү – юғары кимәлдәге һөнәр эйәһенең оҫталыҡ дәресе ул. Тормошонда яратҡан эше төп урынды алып тора. Рөстәм Солтангәрәй улы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында тәүҙә кесе ғилми хеҙмәткәр, ассистент, доцент, студенттарҙың профсоюз комитеты рәйесе, ә артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, агрономия факультеты деканы булып эшләй. Уның ҡатнашлығында Еләкле аҡлан ҡасабаһы эргәһендә яңы уҡыу-тәжрибә баҫыуы һәм уҡыу-ғилми үҙәге булдырыла. Студенттар уны тәжрибәле остаз булараҡ хөрмәт итә. Шундай кеше менән эшләүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ, ти улар. Ул һоҡланғыс әңгәмәсе, әҙәпле, бер нәмәгә лә битараф ҡалмай, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Кешеләрҙе ҡыҙыҡлы идеялары менән йәлеп итеп, үҙ көсөнә ышандыра, өмөт тыуҙыра белә, бөтәһен дә үҙенә ылыҡтыра. Уның холҡонда, тормошҡа ҡарашында мәңгелек кешелек ҡиммәттәре – намыҫ һәм ғәҙеллек сифаттары ярылып ята.

2012 йылда Кираев ”Россельхозцентр” БР буйынса филиалын етәкселек итә башлай. Был осорҙа район-ара һәм район бүлексәләре, яңы биотехнологик һынау лабораторияһы барлыҡҡа килә. Биналар ремонтлана, бөтә бүлексәләр яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Рөстәм Солтангәрәй улы етәкселегендә республикала орлоҡ етештереү хужалыҡтарын сертификациялау системаһы уңышлы эш башлай.

Март айынан ул Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын башҡара.

Етәксе булараҡ, коллегалары менән бергә эшлекле хеҙмәт атмосфераһы тыуҙыра, эшенән кинәнес табып хеҙмәт һала. Яңылыҡтар индереүгә һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылыусыларҙы хуплай, эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәрҙе айырып күрһәтә белә. Рөстәм Солтангәрәй улы ниндәй генә эштә лә уның асылына төшөнөргә кәрәк тип иҫәпләй. “Эшләгән эшең өсөн үҙеңдең дә, балаларыңдың да йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп хеҙмәт һалырға кәрәк”, - ти ул.

Ысынлап та, юбилярҙың туғандары һәм яҡындары уның менән ғорурлана ала. Тормошта бөтәһе лә уның кеүек булдыра алмай. Уның емешле хеҙмәте бик юғары баһаланған. Ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Почет грамотаһы, “БР ойошторолоуға 100 йыл” миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.

Рөстәм Солтангәрәй улы Кираев – 190-дан ашыу ғилми һәм уҡыу-методик әсбаптар, 30 китап һәм белешмә авторы. Ул шулай уҡ яҙғы бойҙайҙың “Салауат Юлаев” һәм “Ватан” йомшаҡ сорттарын уйлап сығарыусыларҙың береһе.

60 йәш ул ир-егет өсөн – үткәндәргә байҡау яһау өсөн бер сәбәп, әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға кәрәк тигән һүҙ түгел әле. Эйе, ул беҙҙе туйындырыусы Ер-әсәгә оло һөйөү һәм хәстәрлек менән ҡарай. Ғаиләһенә, ата-әсәһенә булған һөйөүе лә сикһеҙ, уларҙы тыңларға, дәртләндерергә, йылы һүҙҙәре менән йыуатырға ла ваҡыт таба. Тормош хәҡиҡәтен кеше тормошҡа шатланыр өсөн генә түгел, ә һынау үтер өсөн дә килеүе менән аңлата ул. Ғүмер юлында шатлыҡлы минуттар менән бергә, уңышһыҙ мәлдәрҙе лә кисергән юбиляр. Әммә был уның кешеләргә ҡарашын үҙгәртмәгән, мәрхәмәтлек сифаттары ғына өҫтәгән. Бына шулай, ата-бабалары традицияларына тоғро ҡалып, тыуған еренә һәм кешеләргә хөрмәт менән ҡарап йәшәй Рөстәм Солтангәрәй улы.

Читайте нас: